Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин ғашиҡ»
исполнителя МС БАШ.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡушымта:
Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм,
Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды,
Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм,
Юғалттым мин, мин башымды.

Матур, сибәр, гүзәл, йәмле.
Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле,
Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү,
Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү.
Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына,
Тағы бер эләктем амурҙың уғына.
Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем,
Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем.
Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым,
Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым.
Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен
Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен.
Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ,
Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ.
Килер был көн күрермен һылыуымды,
Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды.

Ҡушымта.

Күрмәйһең, ишетмәйһең, иғтибар итмәйһең,
Берәүҙе лә көттөрмәйһең, берәүҙе лә көтмәйһең,
Сәләмемде алмайһың, сәләм дә бирмәйһең,
Һин тиеп йәшәгәнемде тик һин генә белмәйһең.
Аҡҡошом, һандуғасым, айым һәм ҡояшым
Тәү күреүҙән иҫерҙем мин, юғалттым мин башым
Һинең ҡара күҙҙәрең, һинең ҡара ҡашың
Күрһәм уларҙы мин ташып түгелә хистәрем шашып
Йөрәгемдән, ни эшләргә миңә,
Һылыуҡайым ыҙалатаң мине улай ниңә.
Беләмен хыялыңда, йөрәгеңдә, күңелеңдә
Йәшәй көслө, аҡыллы, матур батыр һинең дә.
Минең йылы ҡосағым һине һаман көтәлер,
Ирендәрем иренеңде һаман һаман көтәлер.
Төшөмдә лә, өнөмдә лә һинең менән генәлер,
Бәхет ҡошо ҡулыма ҡасан ҡасан эләгер.
Донъяға йәм һибеп, урамдарҙан үтәһең,
Аңғармайһың һин мине, һына күпме күрәһең,
Алла осраштырҙы беҙҙе, миңә текләп ҡараның,
Хыялыңдағы батырыңды һин миндә танының.

Ҡушымта.

Диуаналай хыялландым, һинең турала уйландым,
Һине осратып бергә ҡалғас, балалай ҡыуандым,
Мөхәббәтебеҙгә тоғро булып ҡалам,
Һылыуым, сибәркәйем ЯРАТАМ!!!

Другие песни исполнителя:

  • Һәр кем уҙенсә һөйә, Кемдер ҡаса, йәшенә, көйә. Ә икенселәр иһә ышана, һағына, көтә, Ә мин бөтәһен дә иҫләйем һәм һаҡлайым. Бәләкәс, был йыр һиңә! Күрәм төш, һин дә күрерһең әле. Һағынам йыш керәм, һиңә лә етер мәле. Күрешһәк яңылыш, йәшермә минән ҡарашың. Һуңғы осрашыу, хәтерләйем, ниңә шунда алдаштың? Алдама миңә, яратмайһың имеш, Һағынмайһың алыҫ булһаң, йәнәһе шул килеш. Йәшәйһең, һулайһың тыныс ,тормош дауам итә. Алдама мине исмаһам, шәбәйәме йөрәктә тибеш, Үҙгәрәме кистәрең, үткәргән төндәрең? Кемдең ҡолағына шыбырлай ялған өндәрең? Ниңә улай итәң, ни эшләп һин алдашаң? Ни эшләп һин ҡаты улай, хистәр менән булышаһың? Ә мин юғалам, шикле киләһе көнөм. Ҡайҙа,ни эшләп,ниңә бушлыҡҡа төкөнөм? Уятмағыҙ мине, булышмағыҙ, йәштәрем бик әсе. Был йыр һиңә, ишет, бәләкәсем. Ҡушымта: Аҙаштым ниңә һуң, ниңә? Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә. Аяуһыҙ яҙмышың миңә. Бәләкәс, һағынам һине. Сәскәләр, хуш еҫ, рәхәт, аҡлан... Ҡояш апай йылмайып ҡалҡҡан. Ишетәһеңме моң, был йыр беҙҙең өсөн. Көҙөн, ғашик булыуҙың иҫлә һәр төҫөн. Иркәлә миңә, һыйын, шикләнмә бир ниҙә. Ҡулым нығраҡ тот,йөрәк тибешен һиҙәм. Тыныс шундай, ишетәһеңме, тик һине һөйәм. Хыялдар алып ҡаса, уларҙан тауҙар өйәм. Һағынам һине, көтәм төндәрен. Уянып, янымда күрергә теләйем йәнем. Нисек булырға, һүнгәс ялҡын. Өшөйөм мин дә,һинһеҙ ныҡ һалҡын. Ҡасма яҙмыштан,һөрт йәштәрең. Уятмаһа ине берәү тәмле төштәрем. Ҡастың, йәшендең, ҡалдым һемәйеп, Үҙең һайланың шул юлды, һиндә бар ғәйеп. Ҡушымта: Аҙаштым ниңә һуң, ниңә? Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә Аяуһыҙ яҙмышың миңә. Бәләкәс ,һағынам һине.
  • Кэзеренде!! Дусын менан булыр енел, Дауылдала!! Каршы тора алмас хезга ел! .. Хаумы дус! Сэлэм хинэ аулдан! Атай–асайен тугандарзан, яраткан кызындан Шунан нисек йашап ятан хин унда? Ишеткайнем былай йырзар язан тип хаманда... (вроде шулай хдд) Сэбэбен хат языуын ... мин утэйем Гафу ит хин мине, исерек баштан колгайнем А хазер, бына инде нисэ азна Укенам мин дус тик хин мине анла Хинен хуззаренде уйлап мин килер булдым калага Ябыктым миндэ ауылда кибеп ятып хауага Ял конондэ исерек килеш кайтып ятып йокларга Тугандарынды але карак эзерак уйларга Шул кондо, шунса сагатта мин Килерен тип омот итам, каршылын тип хин Э, азак без икау исларбез уткандарзе Хузып ебареп без икау, яраткан йыр бер икаузе .. Кэзеренде! Дусын менан булыр енел Дауылда ла! Каршы тора алмас хезгэ ел .. Дус ул дус, хин кайза гына булхан да Эгэр шатланганда йэ кире кайгырганда Мэшэкэттэргэ батканда дусын хэр сак янында! Дусын хине бер касанда бер узенде калдырмай! Ташламай, етешхезлектарена карамай! Куззэрена карап дусын хине алдамай Дауаханага элактен, шылтырат дуска давай Дусын шунда ук килеп етер бер нимэгэ хылтанмай Ул хине баштан аякка тиклем белэ Кайгырып ултырыуынды эллэ кайзан хизэ Хинэ уны курер карак, э ул узе белеп килэ Сонки ул хине ысын дус итеп белэ. Кайгы, хэсрэт, мохаббат, нэфрэт. Быларзы уртаклашыуза курмэс ул мэшэкэт Был доньяла тура килмэй нимэ генэ курергэ Тик хин бирешмэ был дусын менан бергэ! Ее=) .. Кэзерендеееее! Дусын менан булыр енел! Дауылдалааа! Каршы тора алмас хезгэ ел!
  • 1. Хау бул мангега хин минеке тугел хазер Китма инде бахетем тип айтерга азер куззарен дэ йаштар йорэк тулы хагышка Хойоу нисек йэшэр, буйхынырмы язмышка? Битен буйлап ага йэштэр хортам уларзы Осрашырбыз хойоу кауыштырган юлдарзы Касан гына берга инек темен исертте Ике йорэккэ ... типте, а мохаббат бер итте Ирендарен иренемдэ косагымда иренен Мохаббатем исемемде айтеп килерзен Йыхандын йондоззары сагылды кузенда Хин минеке мангега урыны гел туренда Язмыш искартеп ме ямгыр булып иланы Бэхет юрай тейеп ике йорэк тынланы Кулдарын усымда ирендарен шыгырлай Тошхам дэ юлына китеугэ кунел ышанмай ... Хей! Йай йашел кулдаген кейа Хей! Йанем йорэк утта койэ Хей! Кукта йондоззар мин соям Хей! Ишетанме? Хине улем хоям! Хей! Коз япрактарын коя Хей! Хойоуга тулган беззен донья Хей! Йорэк тибешенде тоям Хей! Мохаббат хайкален куям! .. Бутан осрак телагенде башка кандырыр Хатерлатеп ирненде, йорэгенде яндырыр Хунгы тапкыр иркалайем кукрагемдэ Куз йэштэрем минен тамхын ине йорэгена Болотло язгы кистэ юлдарыма килден Хойоуемден билгехе тип ак саскалар бирзем Ап ак саска хойоуем хинен кулында Газаптарга халгас ник осранын хун юлымда? Етар озголама бары куззарема кара Ышанмайса хуззарема кунелема халан яра Хойоу хистаре ямгыр булып ерга тоша Беззен мохаббат йорэктэ манге йашар Богон кузаренда хинен хагыш мон ята Тагы кабатлайым йорэк хине ярата Йашлек мохаббата, хойоу йуналектэ Булагем ак сэскэ ятып калды кулауектэ ... ... Хинэ бер кагылыу уята мине бахет Булхын минен янда булхын хинен тахет Хинен менан рахат! Ошолор мохаббат! Якты донья тормош узе ел менан бара Кара болоттар, йашенле ямгырзар Куркыта алмастар, мохаббатте ныгытырзар Фарешталар уктар атырзар безга атырзар Урамда балалар безга йылмайырзар=)
  • Һаумы, Һине эҙләнем күпме! Йәнем, һаумы. Етәр йәштәрең түкмә! Үткән йылдарҙы кемдәр һанамай Күпме осоу,ҡолауҙарға ҡарамай. Ғәҙелһеҙлеккә сыҙамай – яҙмыш кемде һынамай, Ҡабат осрашыуға ышана, - арымай. Мин бит һинһеҙ, әйтерһең, ярым ай, Тик бирешмәй осамын – туҡтарға ярамай. Хистәрҙе ҡәҙер итмәнек, яңғыҙлыҡҡа тарымай, Ышанам: беҙҙе ҡотҡара аласасаҡ бары май. Ай-һай, шундай шаян инең ул, Ай-һай, беҙҙең хистәр –дөрләгән усаҡ. Тик болғаны араны хоҡуғы булмағандар, Кәҫәләр тултырып, мөхәбәттән уңмағандар. Юғалттым, шулай ҙа ышандым һиңә, Аҡсалы ғәҙелһеҙлекте саф хистәр барыбер еңә. Ә мин үҙем булып ҡалдым: битлек кеймәнем, Яҙмышҡа ышанам, осраштырыр ул беҙҙе, йәнем. Һаумы, Һине эҙләнем күпме! Йәнем, һаумы. Етәр йәштәрең түкмә! Нисек мөмкин тәнеңдең һәр нөктәһен иҫләргә? Өйҙә ҡалған сәстәреңде, ғәҙәтме ни еҫкәргә? Хыялдарҙа киләсәкте буяп төрлө төҫтәргә, Кәрәкмәгәнен юйып, кәрәккәнен өҫтәргә? Мин рәссам булһам, унда булыр ине хаос, Бер яҙмыштан икенсегә күсеү, ялғауыс. Таптым тиһәм йүнәлешем, яҙмышым икән яуыз, Бәхеткә күҙ тейә, әйҙә асмайыҡ беҙ ауыҙ. Һин яҡында, Һин алыҫта – барыбер йөрәктә, Беҙҙең хистәр мәңгелек. Ҡуя күрмә нөктә. Ыҙалаттым, үпкәләттем, йә, йәштәрең түк тә, Күрәңме ярашығыҙ тип, ҡояш йылмая күктә. Ҡауышыуға бер ҡасан һүнмәҫ өмөтөм, Һәм бына һин ҡаршымда – һине күпме көттөм. Йәшермә ҡарашың, йәшермә күҙ йәшең, Шуны әйтергә эҙләнем: булаңмы кәләшем !

МС БАШ

Настоящий экспериментатор на современной башкирской эстраде, он представляет публике все новые и новые музыкальные находки.