Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йәнем, һаумы»
исполнителя МС БАШ.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һаумы, Һине эҙләнем күпме!
Йәнем, һаумы. Етәр йәштәрең түкмә!


Үткән йылдарҙы кемдәр һанамай
Күпме осоу,ҡолауҙарға ҡарамай.
Ғәҙелһеҙлеккә сыҙамай – яҙмыш кемде һынамай,
Ҡабат осрашыуға ышана, - арымай.
Мин бит һинһеҙ, әйтерһең, ярым ай,
Тик бирешмәй осамын – туҡтарға ярамай.
Хистәрҙе ҡәҙер итмәнек, яңғыҙлыҡҡа тарымай,
Ышанам: беҙҙе ҡотҡара аласасаҡ бары май.
Ай-һай, шундай шаян инең ул,
Ай-һай, беҙҙең хистәр –дөрләгән усаҡ.
Тик болғаны араны хоҡуғы булмағандар,
Кәҫәләр тултырып, мөхәбәттән уңмағандар.
Юғалттым, шулай ҙа ышандым һиңә,
Аҡсалы ғәҙелһеҙлекте саф хистәр барыбер еңә.
Ә мин үҙем булып ҡалдым: битлек кеймәнем,
Яҙмышҡа ышанам, осраштырыр ул беҙҙе, йәнем.

Һаумы, Һине эҙләнем күпме!
Йәнем, һаумы. Етәр йәштәрең түкмә!

Нисек мөмкин тәнеңдең һәр нөктәһен иҫләргә?
Өйҙә ҡалған сәстәреңде, ғәҙәтме ни еҫкәргә?
Хыялдарҙа киләсәкте буяп төрлө төҫтәргә,
Кәрәкмәгәнен юйып, кәрәккәнен өҫтәргә?
Мин рәссам булһам, унда булыр ине хаос,
Бер яҙмыштан икенсегә күсеү, ялғауыс.
Таптым тиһәм йүнәлешем, яҙмышым икән яуыз,
Бәхеткә күҙ тейә, әйҙә асмайыҡ беҙ ауыҙ.
Һин яҡында, Һин алыҫта – барыбер йөрәктә,
Беҙҙең хистәр мәңгелек. Ҡуя күрмә нөктә.
Ыҙалаттым, үпкәләттем, йә, йәштәрең түк тә,
Күрәңме ярашығыҙ тип, ҡояш йылмая күктә.
Ҡауышыуға бер ҡасан һүнмәҫ өмөтөм,
Һәм бына һин ҡаршымда – һине күпме көттөм.
Йәшермә ҡарашың, йәшермә күҙ йәшең,
Шуны әйтергә эҙләнем: булаңмы кәләшем !

Другие песни исполнителя:

  • hине hойэм килеп тороп, койэм тиеп, Курмэгэндэ hине - тузмэгэндэй ине. Тоштэремэ керэн - туштэрендэн убэм, Бэхетем эргэмдэ тиhэмдэ!? Турбашта ут йымылдай, hырынып бесэй мыйылдай, Экрен генэ урындык аска - оскэ кыймылдай. Хит парад бара имеш, тора радио Юлдаш, hин шунда тузмэйhен уга: "ах кэнтэй, ах hин уйнаш" ! Тигэн хэбэрзэр hалып, айнып эллэ талып, Эшендэн айырылып, томшогона бер hалып, ебэрзен, торзон, ултыр3ын, башына уйзар тултырзын: Нисек, нишлэп, нинэ бындай эште булдырзын? Эрнеп ут - ялкын йотоп, тубэн ике кул тотоп, Ултыра биргэс тузмэнен, ебэрзен ихлас косоп. "Бар тизерэк hауыт тап" тинен, Ул hинэ ят, - hин уга ят инен! кушымта: hин бит мине тузэhен, Тиеп эйтэ куззэрен. hуззэрен, hугэhен, мин барыhын курэмен. 2. Курэн исерек кыззы, ауызын йырзы, Кургэнемде hойлэйем, - был "агыулы" йырзы. Кисэге тонон был хэтерлэптэ ботмэйзер, Егеттэр килеп янына киттек тип оготлэйзэр. Кунелле утэ тондэр, - hэр кон яны тушэк, Егеттэр осон hин кыз тугел куптэн ишэк, Беренсе, икенсе, осонсо, дуртенсе, бишенсе, Балана ни эйтерhен? Атайын ун бишенсе? Шундайзар азмы ни, Донъяhы hазмы ни, Конмо ни тонмо ни, Кышмы ни Язмы ни? Барыбер уларга, гаилэhен уйларга, Вакыты юк, туйзарзан туйзарга, Тамагы тук,-тайым ошонда, Тамамына ук, hойлэйем башында, hин эле юк атайын каршында, Ярhына, шашына - бэлэ hин башына!
  • Ҡушымта: Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм, Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды, Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм, Юғалттым мин, мин башымды. Матур, сибәр, гүзәл, йәмле. Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле, Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү, Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү. Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына, Тағы бер эләктем амурҙың уғына. Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем, Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем. Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым, Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым. Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен. Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ, Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ. Килер был көн күрермен һылыуымды, Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды. Ҡушымта. Күрмәйһең, ишетмәйһең, иғтибар итмәйһең, Берәүҙе лә көттөрмәйһең, берәүҙе лә көтмәйһең, Сәләмемде алмайһың, сәләм дә бирмәйһең, Һин тиеп йәшәгәнемде тик һин генә белмәйһең. Аҡҡошом, һандуғасым, айым һәм ҡояшым Тәү күреүҙән иҫерҙем мин, юғалттым мин башым Һинең ҡара күҙҙәрең, һинең ҡара ҡашың Күрһәм уларҙы мин ташып түгелә хистәрем шашып Йөрәгемдән, ни эшләргә миңә, Һылыуҡайым ыҙалатаң мине улай ниңә. Беләмен хыялыңда, йөрәгеңдә, күңелеңдә Йәшәй көслө, аҡыллы, матур батыр һинең дә. Минең йылы ҡосағым һине һаман көтәлер, Ирендәрем иренеңде һаман һаман көтәлер. Төшөмдә лә, өнөмдә лә һинең менән генәлер, Бәхет ҡошо ҡулыма ҡасан ҡасан эләгер. Донъяға йәм һибеп, урамдарҙан үтәһең, Аңғармайһың һин мине, һына күпме күрәһең, Алла осраштырҙы беҙҙе, миңә текләп ҡараның, Хыялыңдағы батырыңды һин миндә танының. Ҡушымта. Диуаналай хыялландым, һинең турала уйландым, Һине осратып бергә ҡалғас, балалай ҡыуандым, Мөхәббәтебеҙгә тоғро булып ҡалам, Һылыуым, сибәркәйем ЯРАТАМ!!!
  • 1.Эле торган hызыгын акмы, карамы, Минен hуззэр дауамы, калдыра ярамы. Хунгы осрашканда бик hагышлы каранын, Кемдэр нинэ тагын болганы араны. Яттарга ышанма - минэн алыслашма Упкэлэп бушлыкка зинhар азашма. Белэм яратаhын, э э алдашма, Хуз бир минэ йэнем, утенэм талашма. Кайзарза булhамда куз алдымда hынын, Минен менэн бергэ тышылдай сыга тынын. Язмыштын утэбез эле осорон кыйынын, Башынды терэ минэ, тэнен hыйынhын. 2.Бер низэ шиклэнмэ, куззэремэ кара, Нимэлэр курэhен, нимэлэр бар а? Каты hуззэрендэн алысая ара, Икебеззендэ йорэккэ hалан бит тагын яра. Богон берэугэ ышан, иртэн икенсегэ, Ихтибарын булмэсе hэр бер уткенсегэ. Узе яратам ти, э узе усегэ, Ак байрак тоттор тагын минен илсегэ. Булган укенестэр артта калhындар, Хистэрзен эсеhенэн иреп янhындар. Hин минэ – мин hинэ ин якындар, Хунмэhен бер вакыт мохэббэтле ялкындар. Йэнкэйем ызалатма йэ кил яныма, Хистэремден зурлыгы hыймай аныма. Хине яратыузан бер касан арымам, Бар михнэттэрзе онотоп hыйын косагыма.
  • Килә Йәй, эҫе лэ Рәхәтлек һиңә, миңә лэ Хыялдар миҙгеле Бәхетле итә күңелле Килә һағындырып, беҙгә Йәй килә Һәр кем көтөп ала, һәр кем белә Был Йәй күпләп теләк телә, Ышан ҡабул булыр бөтәһе лә. Һин, мин, ул бергәләп Көттөк Йәй хәҙер эргәлә. Һиҙәм уйҙарың ҡай тирәлә Йәш йөрәктәр бергә тибрәлә. Күрәм хатта Ғайса ҡарт көтә Күршеләрҙең йөрәген елкетә Һағындырып килә ул әлбиттә, Көнө төнө бер үк мәл китә. Ҡалалар, ауылдар йоҡо белмәй Бер тулҡында ошо көйҙө көйләй Һин дә бер тулҡында бул дуҫым ээээй Көтөп алдыҡ бына һаумы Йәәәй Ышан Дуҫ Йәй – бәхетле итә Ул йырлата ла бейетә Миңә һөйгәнем янымда булһа ла шул еттә Уйҙар якты күңелде елкеттә. Бикләнмә, ҡыйыу бул күңелең ас Иң дәртле көй,иң көслө бас Беҙгә был таныш, беҙгә был хас Күңелгә ятҡанын алда ҡас Йылы Йәй, эҫе Йәй Бар Донъя һине көтөп алды эээй Көтә олатай, көтә өләсәй Ҡымыҙ барҙа ял итә сәй Үкенмә, йәшә, йырла, бейе, Һин йәш бит дуҫ, был һинең көйөң Беҙҙә бар дәрт, теләк һәм көс Әйҙә бергә бер, ике, өс:
  • Һәр кем уҙенсә һөйә, Кемдер ҡаса, йәшенә, көйә. Ә икенселәр иһә ышана, һағына, көтә, Ә мин бөтәһен дә иҫләйем һәм һаҡлайым. Бәләкәс, был йыр һиңә! Күрәм төш, һин дә күрерһең әле. Һағынам йыш керәм, һиңә лә етер мәле. Күрешһәк яңылыш, йәшермә минән ҡарашың. Һуңғы осрашыу, хәтерләйем, ниңә шунда алдаштың? Алдама миңә, яратмайһың имеш, Һағынмайһың алыҫ булһаң, йәнәһе шул килеш. Йәшәйһең, һулайһың тыныс ,тормош дауам итә. Алдама мине исмаһам, шәбәйәме йөрәктә тибеш, Үҙгәрәме кистәрең, үткәргән төндәрең? Кемдең ҡолағына шыбырлай ялған өндәрең? Ниңә улай итәң, ни эшләп һин алдашаң? Ни эшләп һин ҡаты улай, хистәр менән булышаһың? Ә мин юғалам, шикле киләһе көнөм. Ҡайҙа,ни эшләп,ниңә бушлыҡҡа төкөнөм? Уятмағыҙ мине, булышмағыҙ, йәштәрем бик әсе. Был йыр һиңә, ишет, бәләкәсем. Ҡушымта: Аҙаштым ниңә һуң, ниңә? Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә. Аяуһыҙ яҙмышың миңә. Бәләкәс, һағынам һине. Сәскәләр, хуш еҫ, рәхәт, аҡлан... Ҡояш апай йылмайып ҡалҡҡан. Ишетәһеңме моң, был йыр беҙҙең өсөн. Көҙөн, ғашик булыуҙың иҫлә һәр төҫөн. Иркәлә миңә, һыйын, шикләнмә бир ниҙә. Ҡулым нығраҡ тот,йөрәк тибешен һиҙәм. Тыныс шундай, ишетәһеңме, тик һине һөйәм. Хыялдар алып ҡаса, уларҙан тауҙар өйәм. Һағынам һине, көтәм төндәрен. Уянып, янымда күрергә теләйем йәнем. Нисек булырға, һүнгәс ялҡын. Өшөйөм мин дә,һинһеҙ ныҡ һалҡын. Ҡасма яҙмыштан,һөрт йәштәрең. Уятмаһа ине берәү тәмле төштәрем. Ҡастың, йәшендең, ҡалдым һемәйеп, Үҙең һайланың шул юлды, һиндә бар ғәйеп. Ҡушымта: Аҙаштым ниңә һуң, ниңә? Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә Аяуһыҙ яҙмышың миңә. Бәләкәс ,һағынам һине.

МС БАШ

Настоящий экспериментатор на современной башкирской эстраде, он представляет публике все новые и новые музыкальные находки.