Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хуш...»
исполнителя МС БАШ.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һәр кем уҙенсә һөйә,
Кемдер ҡаса, йәшенә, көйә.
Ә икенселәр иһә ышана, һағына, көтә,
Ә мин бөтәһен дә иҫләйем һәм һаҡлайым.
Бәләкәс, был йыр һиңә!

Күрәм төш, һин дә күрерһең әле.
Һағынам йыш керәм, һиңә лә етер мәле.
Күрешһәк яңылыш, йәшермә минән ҡарашың.
Һуңғы осрашыу, хәтерләйем, ниңә шунда алдаштың?
Алдама миңә, яратмайһың имеш,
Һағынмайһың алыҫ булһаң, йәнәһе шул килеш.
Йәшәйһең, һулайһың тыныс ,тормош дауам итә.
Алдама мине исмаһам, шәбәйәме йөрәктә тибеш,
Үҙгәрәме кистәрең, үткәргән төндәрең?
Кемдең ҡолағына шыбырлай ялған өндәрең?
Ниңә улай итәң, ни эшләп һин алдашаң?
Ни эшләп һин ҡаты улай, хистәр менән булышаһың?
Ә мин юғалам, шикле киләһе көнөм.
Ҡайҙа,ни эшләп,ниңә бушлыҡҡа төкөнөм?
Уятмағыҙ мине, булышмағыҙ, йәштәрем бик әсе.
Был йыр һиңә, ишет, бәләкәсем.

Ҡушымта:
Аҙаштым ниңә һуң, ниңә?
Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә.
Аяуһыҙ яҙмышың миңә.
Бәләкәс, һағынам һине.

Сәскәләр, хуш еҫ, рәхәт, аҡлан...
Ҡояш апай йылмайып ҡалҡҡан.
Ишетәһеңме моң, был йыр беҙҙең өсөн.
Көҙөн, ғашик булыуҙың иҫлә һәр төҫөн.
Иркәлә миңә, һыйын, шикләнмә бир ниҙә.
Ҡулым нығраҡ тот,йөрәк тибешен һиҙәм.
Тыныс шундай, ишетәһеңме, тик һине һөйәм.
Хыялдар алып ҡаса, уларҙан тауҙар өйәм.
Һағынам һине, көтәм төндәрен.
Уянып, янымда күрергә теләйем йәнем.
Нисек булырға, һүнгәс ялҡын.
Өшөйөм мин дә,һинһеҙ ныҡ һалҡын.
Ҡасма яҙмыштан,һөрт йәштәрең.
Уятмаһа ине берәү тәмле төштәрем.
Ҡастың, йәшендең, ҡалдым һемәйеп,
Үҙең һайланың шул юлды, һиндә бар ғәйеп.

Ҡушымта:
Аҙаштым ниңә һуң, ниңә?
Яңғыҙ иттең мине мәңгелеккә
Аяуһыҙ яҙмышың миңә.
Бәләкәс ,һағынам һине.

Другие песни исполнителя:

  • Кушымта: Ин текэhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин кунелле кисэлэр - беззен ауыл! Ин дэртлеhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин батырзар, матурзар - беззен ауыл!!!! 1. Кояш нурзары мине иркэлэп уята, Элеге мэл ботэ дустарымда йоклап ята. Коно буйы эш,ял - тош, Кояш бата, Шунан киске уйын, тон, тан ата! Йылда утэ Йэйзэрем был тарафта, Яратам олатайзы,ул да ярата - Торло хэлдэрен хойлэп ул аптрата, Кайхы сак нык кызык, кай сак калтрата! Тэзрэгэ бэрэлэр таш, хикереп килеп торам, Олэсэй hалган аш, эстэн тиз хэйлэ корам. Эзерэк "кайнай баш", остэл артына ултырам, hикертэмдэ уга каш,- кесэгэ азык тултырам! Яр буйында ятабыз,йэнэhе балык тотабыз, hатып алып кайтабыз, ботэhен дэ отабыз. Уй - хыялга батабыз, быга ни без остабыз, Ин дэртле егеттэр янда - бар ауылды "тотабыз"!!! Кушымта: Ин текэhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин кунелле кисэлэр - беззен ауыл! Ин дэртлеhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин батырзар, матурзар - беззен ауыл!!!! 2. Кисэге кунелле ял - ислэргэ генэ кала, "Тагы эшкэ ектелэр" - тип эстэн уйлап алам. "Бына айран койоп эс,- кипхэ тамагын балам"!- Тип олатай булдерзе:Был тугел hинэ кала"! Агас йыктым, ботак ботаным, Йэшелсэне утаным,бар улэнде бутаным. hыу ташыным,утын тураным, Юлга елэк hатырга сыгып ураным! Йоромэгез калала эсе Йэй кондэрендэ, Ял итэйек бергэлэп кистэрен, тондэрендэ! Бында кунелле hэр сак, нур йоззэрендэ, - Кешелэрзен - алсак, шат йорэгемдэ. Кыуанам себеш сыкhа, ата-каз бейегэндэ, Этэс кыскырhа койманын ин бейегендэ. Кыскаhы йэштэр ятмагыз hауа тибеп калала!!! Кайтыгыз Туган ауылга - котэ ата-бабалар!!! Кушымта: Ин текэhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин кунелле кисэлэр - беззен ауыл! Ин дэртлеhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин батырзар, матурзар - беззен ауыл!!!! Хэйбулла, Эбйэлил, Борйэн, Баймак, Белорет, Учалы, Мэлэуез, Стэрлетамак! Кыйгы, Салауат, Буздэк, Бакалы, Архангель, Гафури, Элшэй, кырмыскалы! Был райондарза hэм калгандарында, Беззен кеуек текэ йэштэр булгандарында! Ботэhе кумэклэп безгэ кушыла, hэм йырлайбыз ботэбез бергэ ошолай!!! Кушымта: Ин текэhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин кунелле кисэлэр - беззен ауыл! Ин дэртлеhе ул - элбиттэ беззен ауыл! Ин батырзар, матурзар - беззен ауыл!!!!
  • Ҡушымта: Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм, Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды, Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм, Юғалттым мин, мин башымды. Матур, сибәр, гүзәл, йәмле. Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле, Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү, Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү. Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына, Тағы бер эләктем амурҙың уғына. Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем, Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем. Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым, Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым. Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен. Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ, Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ. Килер был көн күрермен һылыуымды, Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды. Ҡушымта. Күрмәйһең, ишетмәйһең, иғтибар итмәйһең, Берәүҙе лә көттөрмәйһең, берәүҙе лә көтмәйһең, Сәләмемде алмайһың, сәләм дә бирмәйһең, Һин тиеп йәшәгәнемде тик һин генә белмәйһең. Аҡҡошом, һандуғасым, айым һәм ҡояшым Тәү күреүҙән иҫерҙем мин, юғалттым мин башым Һинең ҡара күҙҙәрең, һинең ҡара ҡашың Күрһәм уларҙы мин ташып түгелә хистәрем шашып Йөрәгемдән, ни эшләргә миңә, Һылыуҡайым ыҙалатаң мине улай ниңә. Беләмен хыялыңда, йөрәгеңдә, күңелеңдә Йәшәй көслө, аҡыллы, матур батыр һинең дә. Минең йылы ҡосағым һине һаман көтәлер, Ирендәрем иренеңде һаман һаман көтәлер. Төшөмдә лә, өнөмдә лә һинең менән генәлер, Бәхет ҡошо ҡулыма ҡасан ҡасан эләгер. Донъяға йәм һибеп, урамдарҙан үтәһең, Аңғармайһың һин мине, һына күпме күрәһең, Алла осраштырҙы беҙҙе, миңә текләп ҡараның, Хыялыңдағы батырыңды һин миндә танының. Ҡушымта. Диуаналай хыялландым, һинең турала уйландым, Һине осратып бергә ҡалғас, балалай ҡыуандым, Мөхәббәтебеҙгә тоғро булып ҡалам, Һылыуым, сибәркәйем ЯРАТАМ!!!
  • Үҙеңә ышан Нимәгә hин тыуҙын, беләhеңме ниңә? Уйлан төптән, яуап бир миңә. Йөрәк, аң бирелгәндәр бит hиңә, Ә улар ниндәй ниәттәр, теләктәр менән шиңә? hин көслөһөн хәтәр, тик ышанмайhың үҙеңә, Мәғнә лә hалынмай hөйләгән hәр бер hүзеңә, Донъя матурлығы hығылып сыҡҡан йөҙөңә, Бысраҡ эштәр араhында hаман йөзөнәң. Интернет, ТВ, hеңгәндер хәҙер аңыңа, Тәмәке, араҡы йүгерә hинең ҡаныңа. Шайтандар көтөү көтөү йыйылалар яныңа Шулай дауам итhә күҙ асалмаҫhың яҡты таңыңа. Холкоңа ҡаршы килеп әйзә ле туҡта Был ғәҙәттәрең өсөн көтөрҙәр тамуҡта Көслө бул ҡурҡма, - атла дауылға утҡа Ҡаршы, һин тейеш булырға халкыңа тотҡа! Үҙеңә, ышан тик үҙеңә, Теләк тулы – йәш куңелеңә Үҙеңә, ышан тик үҙеңә, Хистәр тулы, йәш йөрәгеңә Йотолор - бөтә эштәрең Күҙ асып йомғансы - ҡартайыр йәштәштәрең Нимәгә өлгәштең, уйла алып һулыш тәрән? Кемдәр еңеусе? Һин терһәк тештәрең. Бөгөн дә һуң түгел – бөтәһе һинең ҡулда Рухлы, Иманлы бул – атла дөрөҫ юлдан. Халҡыңа хеҙмәт итерлек үҫтер ҡыҙ ҙа ул да, Белемеңә таян, башта аҡыл-аңға тулда. Һин йәш һәм көслө, атла тик алға, Булыр ваҡыт, туҡтама ялға. Тырыш, үрлә иң юғары тауға Һәр һынауҙы үт, барғандай яуға Ҡыҙыллыҡ килтермә, ата – әсә йөҙөнә, Үҙ ҡарашың булһын халыҡ һуҙенә. Тик Түҙемле һәм ныҡыш бәхеттә йөҙөнә, Көслө бул дуҫым, ышан үҙеңә!
  • Һинең һәр һүҙең, ҡағылыуың тылсым, Һиңә ғашиҡ булам һәр иртә, ысын! Тормошома йәм биреүсе һин мөғжизәле йырсым, Мәңгелеккә минеке генә йәнкәйем булсы. Ҡараңғы "Донъямды" һин балҡытҡан Ай, Йәшермә йөҙөң, оялма, йәле йылмай, Һинһеҙ тормошом күҙ алдына килтереп булмай, Ваҡыт та ҡыумай, илһам да тыумай. Сәстәр-сәскә бәйләнһендәр, Хистәр сәскәгә әйләнһендәр, Хыялым, тик һине яратам. Күҙҙәреңә мин ҡарап туя алмам, Бәхетемдең мин сиген тоя алмам Йәнкәйем, тик һине яратам Һине һағынғанда-йөрәк нисек түҙәр, Айырһа ла алыҫ ерҙәр, Ышанам һөйгәндәр бушҡа килмәй ергә Беҙҙең хистәр-көслө һәм мәңгегә Матур кис, һин миңә бүләк иттең, Матур хис тыуҙырып йөрәгемде иреттең. Йәш егеттән, әйтерһең, һынмаҫ көслө ир иттең, Һүҙһеҙ генә аңла хистәрем, һыйынғанда бир битең. Һағынам,- янымда булһаң да, Йырҙарымды йырлайым,- күңел тойғоларға тулғанда. Ҡарашың һинең эйә ниндәй ҙур көскә, Ҡарайым кәләшкә кеүек тә, ҡарайым кеүек бәпескә! Күҙҙәргә күҙҙәр ҡараһын мәңге, Ҡулдарға ҡулдар тотонһон мәңге,- Бергә булырға яҙһын мәңгегә. Тойғоларҙа иҫереп икәүләп, Бәхетте лә кисереп икәүләп, Үтәйек тормош юлын бергәләп.
  • Лэ иллэhэ ил Аллаh! Мохэммэзэр Рэсулулаh! Ботэ ишеткэн халыкка оран hалам: "Ботто, етте ,тынла олом-балам, Гонахтарзы саям,тэhерэт кылам, Изге кунел менэн Корьэн алам. Йэ Аллам кабул ит, Догаларыбыззы - эзэмдэр бит. hинен кылган йэн эйэhе, Тик безгэ ойрэнэhе. Акка кара коймагыз, Кешегэ сокор уймагыз, Азмагызза,тузмагыз, Сауап кылып туймагыз. Асыуланып кызмагыз, Оло юлын узмагыз, Кыскак hуззе hузмагыз, Тыныслыкты бозмагыз. Лэ иллэhэ ил Аллаh, Мохэммэзэр Рэссулуллаh, Агузубиллаhи миняшайтани раджимм. Бисмиллаhир рахманир рахим. 1. Кара тондэр бер мэл утеп китерзэр, Дауылдар туктар, ялкындар hунерзэр, Упкындар ябылыр,кук йозо асылыр, Гонахлылар югалыр. Кэрэкмен,кэрэкhен,кэрэктер ул - догалар, Йорэгемэ, Тэнремэ рэхэтерэк булалыр. Бар ит беззе Аллам, Бар ит hорэн hалам, Бар ит Корьэн алам, Бар ит Дога кылам. hэр мактау барса галэмде тэрбиэ кылыусы, Донъяла ла, Эхирэттэ лэ Рэхмэт кылыусы, hэм Киэмэт кононон хужаhы булыусы Аллаhы Тэгэлэгэ хастыр. Йэ Раббым без hинэ генэ гибазэт кылабыз, hэм hинен генэ ярзамынды hорайбыз: Беззе тура юлдан алып бар, Узен нисгмэт курhэткэндэрзен юлынан. Асыуга тарыгандар hэм азашкандар юлынан тугел, Амин, йэ Раббым Догамды кабул кыл! Агузу билэhи минэшайан раджим Бисмиллэhир - рэхмэнир - рэхим, Элхэмдулилэhи рээбил гэлэмин, Эр-рахмани рахим,мэлики йэумитдин, Иййээкэнэгбуду,уэ иййэкэнэстагыйн, Иhдинэс сыйратэль мустэкыйм, Сыйратэл-лэззиинэ, энгэмтэ галяйhим, Гайрил мэгзуби галяйhим Уэлэзээээлин, Эмин!!!!

МС БАШ

Настоящий экспериментатор на современной башкирской эстраде, он представляет публике все новые и новые музыкальные находки.