Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һине һағынғанда»
исполнителя МС БАШ.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һинең һәр һүҙең, ҡағылыуың тылсым,
Һиңә ғашиҡ булам һәр иртә, ысын!
Тормошома йәм биреүсе һин мөғжизәле йырсым,
Мәңгелеккә минеке генә йәнкәйем булсы.
Ҡараңғы "Донъямды" һин балҡытҡан Ай,
Йәшермә йөҙөң, оялма, йәле йылмай,
Һинһеҙ тормошом күҙ алдына килтереп булмай,
Ваҡыт та ҡыумай, илһам да тыумай.
Сәстәр-сәскә бәйләнһендәр,
Хистәр сәскәгә әйләнһендәр,
Хыялым, тик һине яратам.
Күҙҙәреңә мин ҡарап туя алмам,
Бәхетемдең мин сиген тоя алмам
Йәнкәйем, тик һине яратам

Һине һағынғанда-йөрәк нисек түҙәр,
Айырһа ла алыҫ ерҙәр,
Ышанам һөйгәндәр бушҡа килмәй ергә
Беҙҙең хистәр-көслө һәм мәңгегә

Матур кис, һин миңә бүләк иттең,
Матур хис тыуҙырып йөрәгемде иреттең.
Йәш егеттән, әйтерһең, һынмаҫ көслө ир иттең,
Һүҙһеҙ генә аңла хистәрем, һыйынғанда бир битең.
Һағынам,- янымда булһаң да,
Йырҙарымды йырлайым,- күңел тойғоларға тулғанда.
Ҡарашың һинең эйә ниндәй ҙур көскә,
Ҡарайым кәләшкә кеүек тә, ҡарайым кеүек бәпескә!
Күҙҙәргә күҙҙәр ҡараһын мәңге,
Ҡулдарға ҡулдар тотонһон мәңге,-
Бергә булырға яҙһын мәңгегә.
Тойғоларҙа иҫереп икәүләп,
Бәхетте лә кисереп икәүләп,
Үтәйек тормош юлын бергәләп.

Другие песни исполнителя:

  • Кемдер югалта, кемдер таба, hойгэнен илата,- йэ ут каба. Берэу hаман бэхет артынан саба, Янылышкандар каса, уз Доъяhын яба. Карзар яуганда, елдэр искэндэ, Тик hине уйлайым, тик hин исемдэ. Кубэлэк осканда иртэн-кисендэ, Хатта табам hине сэскэ есендэ. Тукта йэнем, нинэ кэрэк артык hуззэр? hинме, минме кемебез быны тузэр? Йэберhеп бахыр йэшлэнгэн куззэр, Беззен арага керзе тагы hары hалкын куззэр. Телефон ташлайын - узен шылтратыу котэн, Нинэ катыhын улай? Ике йорэкте лэ отэн. Эле эйтер hуззэр бэлки кабатланмас бутэн, Ышаныс югалтып барам был Донъяга куптэн. Кэрэкмэй тэнен - булыуы ялангас, hин минэ узенден эске Донъянды ас. Ышанмау, куркыу (кеуек) тойголарзан кас, Нинэ улар камасаулай, hинэ улар хас. Шулайза янда булганда, hойоугэ ябынам, hине курhэм hунмэс ялкындай кабынам, Язмыштан касам - урлэйем-абынам, Йэшермэйем бэпесем hине hагынам! Рэхмэт hылыу - hин мине ир иттен, Хистэрендэ яндырзында иреттен, Рэхэт тойголарза исерттен, Кил эле бер убэйем минэ бир битен! Тушэктэн анкый hинен тэмле естэрен, Алыста булганда мине нисек кенэ илэрhен. Фотоальбом карап, хаттар укып кистэрен, Илапмы, кыуаныпмы куреп тормош биттэрен. Э килеп мохэбэтебеззе ватhак - Икебеззен монэсэбэтебеззе югатhак - Нимешлэрбез? Котормайык, булайык hак! Мэнгелеккэ кауышайык аккоштар hымак! Эгэр тош булhа был эйзэ уянмайык, Мохэбэткэ кумелеп, гумергэ йылмаяйык, Анламайым уземде - эллэ исерек, эллэ айык, hин миндэ, мин hиндэ мэгэнэ табайык! Эгэр тош булhа был эйзэ уянмайык, Мохэбэткэ кумелеп, гумергэ йылмаяйык, Анламайым уземде - эллэ исерек, эллэ айык, hин миндэ, мин hиндэ мэгэнэ табайык!
  • 1. Хау бул мангега хин минеке тугел хазер Китма инде бахетем тип айтерга азер куззарен дэ йаштар йорэк тулы хагышка Хойоу нисек йэшэр, буйхынырмы язмышка? Битен буйлап ага йэштэр хортам уларзы Осрашырбыз хойоу кауыштырган юлдарзы Касан гына берга инек темен исертте Ике йорэккэ ... типте, а мохаббат бер итте Ирендарен иренемдэ косагымда иренен Мохаббатем исемемде айтеп килерзен Йыхандын йондоззары сагылды кузенда Хин минеке мангега урыны гел туренда Язмыш искартеп ме ямгыр булып иланы Бэхет юрай тейеп ике йорэк тынланы Кулдарын усымда ирендарен шыгырлай Тошхам дэ юлына китеугэ кунел ышанмай ... Хей! Йай йашел кулдаген кейа Хей! Йанем йорэк утта койэ Хей! Кукта йондоззар мин соям Хей! Ишетанме? Хине улем хоям! Хей! Коз япрактарын коя Хей! Хойоуга тулган беззен донья Хей! Йорэк тибешенде тоям Хей! Мохаббат хайкален куям! .. Бутан осрак телагенде башка кандырыр Хатерлатеп ирненде, йорэгенде яндырыр Хунгы тапкыр иркалайем кукрагемдэ Куз йэштэрем минен тамхын ине йорэгена Болотло язгы кистэ юлдарыма килден Хойоуемден билгехе тип ак саскалар бирзем Ап ак саска хойоуем хинен кулында Газаптарга халгас ник осранын хун юлымда? Етар озголама бары куззарема кара Ышанмайса хуззарема кунелема халан яра Хойоу хистаре ямгыр булып ерга тоша Беззен мохаббат йорэктэ манге йашар Богон кузаренда хинен хагыш мон ята Тагы кабатлайым йорэк хине ярата Йашлек мохаббата, хойоу йуналектэ Булагем ак сэскэ ятып калды кулауектэ ... ... Хинэ бер кагылыу уята мине бахет Булхын минен янда булхын хинен тахет Хинен менан рахат! Ошолор мохаббат! Якты донья тормош узе ел менан бара Кара болоттар, йашенле ямгырзар Куркыта алмастар, мохаббатте ныгытырзар Фарешталар уктар атырзар безга атырзар Урамда балалар безга йылмайырзар=)
  • Хистәр һүрелмәй, тик сәстәр үрелмәй, Ниңә Ер шары кирегә өйрөлмәй?(әйләнмәй) Нисек йәшәргә мөхәббәткә күмелмәй? Ниңә икенсегә мөмкинлек бирелмәй. Һине күргән төштәремә табынам яңынан, Үткем килә шул юлдарҙан, тик тағы ла абынам. Туҡтамай йәштәр биттән йәнә ағыла, Бөгөн дә кер төшөмә, тип юрғанды ябынам. Кәрәкмәй һүҙҙәр, әйтер күҙҙәр ҡарашымдан аңлаһаң, Әҙермен әле ҡолоң булырға, әгәр яллаһаң. Үткәреп аша ете диңгеҙ, ете даланан Ризалығын, Фәтихәһен алыр өсөн Алланан! Һаҡлайым күңелемдә иң яҡты хистәрҙе, Мөхәббәткә күмелгән тылсымлы кистәрҙе Ишет минең йырым— яңғырай hинең өсөн, Тойғоларым тәрән һәм юғалтмаҫ көсөн. Бергә яҙған китапты һин ябырға ашыҡма, Бар ғүмерем бағышлайым— мәңгелеккэ ғашиҡмын. Ҡояшлы иртәләрҙә булһаңсы уятыусым. Һин минең мөғжизәм, һин минең тылсым. Һинең нескәлек —ул иртәнге томан, Һинең наҙлауың Ҡояштың нурынан. Һин минең яңы көн, һин минең Йомам, Иркәләйем, һырынам күҙемде йомам. Хыялый төндәрҙә беҙҙе күҙәтергә сығыр Ай: Диуана ғашиҡтар, тип әйтерһең, шыбырлай. Беҙ икәү мәңге бергә, ышанам: был—яҙмыш, Ҡурҡам хаталарҙан, яҙа баҫыуҙан яңылыш. Туҡта, ашыҡма, саҡ ҡына түҙ, ялбарам үтенәм, Уятырға ҡурҡам, аңлайым үбәм битенән... Ғәҙеллегем юғалтып күмелдем ғәмһеҙлеккә. Юғалтыуым, аҙашыуым хәҙерме мәңгелеккэ? Ышанам барыбер, кайтырһың һин миңә, Хаталарым аңланым, донъям һинһеҙ шиңә. Йөрәк илай, күңел шыңшый, тойғолар өтә, Ҡайт, яҙайык дауамын— беҙҙең китап көтә!
  • Килә Йәй, эҫе лэ Рәхәтлек һиңә, миңә лэ Хыялдар миҙгеле Бәхетле итә күңелле Килә һағындырып, беҙгә Йәй килә Һәр кем көтөп ала, һәр кем белә Был Йәй күпләп теләк телә, Ышан ҡабул булыр бөтәһе лә. Һин, мин, ул бергәләп Көттөк Йәй хәҙер эргәлә. Һиҙәм уйҙарың ҡай тирәлә Йәш йөрәктәр бергә тибрәлә. Күрәм хатта Ғайса ҡарт көтә Күршеләрҙең йөрәген елкетә Һағындырып килә ул әлбиттә, Көнө төнө бер үк мәл китә. Ҡалалар, ауылдар йоҡо белмәй Бер тулҡында ошо көйҙө көйләй Һин дә бер тулҡында бул дуҫым ээээй Көтөп алдыҡ бына һаумы Йәәәй Ышан Дуҫ Йәй – бәхетле итә Ул йырлата ла бейетә Миңә һөйгәнем янымда булһа ла шул еттә Уйҙар якты күңелде елкеттә. Бикләнмә, ҡыйыу бул күңелең ас Иң дәртле көй,иң көслө бас Беҙгә был таныш, беҙгә был хас Күңелгә ятҡанын алда ҡас Йылы Йәй, эҫе Йәй Бар Донъя һине көтөп алды эээй Көтә олатай, көтә өләсәй Ҡымыҙ барҙа ял итә сәй Үкенмә, йәшә, йырла, бейе, Һин йәш бит дуҫ, был һинең көйөң Беҙҙә бар дәрт, теләк һәм көс Әйҙә бергә бер, ике, өс:
  • Йылмаям бар донъяға, бәхетле кешеләр бит ураған, Ҡурҡмайым һыуыҡ-эҫенән, ер тетрәһен, булһын ел-буран. Хыялдар көслө булһа йыһанға ла беҙҙе илтәләр, Хыялдар ҡанатландыра, мөғжизәле килә иртәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Һағыныу тойғоһо ят түгел, ул мине тик дәртләндерә, Әйтерһең, күрешеү теләгем бар ер шарын әйләндерә. Һиҙәм, теләйем, ышанам, һағынаң һәм күрешкең килә, Йәнә мин ҡанатланам һәм өнөмдә тик һиңә еләм. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Арымам алыҫтарҙан һине һағынып Күңел йылына тойғоларға ябынып Йәнә дөрләр усаҡ булып ҡабынып Ҡайтырһың яныма һағынып. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр.

МС БАШ

Настоящий экспериментатор на современной башкирской эстраде, он представляет публике все новые и новые музыкальные находки.