Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хистәр һүрелмәй (Риана Халимова менән)»
исполнителя МС БАШ.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Хистәр һүрелмәй, тик сәстәр үрелмәй,
Ниңә Ер шары кирегә өйрөлмәй?(әйләнмәй)
Нисек йәшәргә мөхәббәткә күмелмәй?
Ниңә икенсегә мөмкинлек бирелмәй.

Һине күргән төштәремә табынам яңынан,
Үткем килә шул юлдарҙан, тик тағы ла абынам.
Туҡтамай йәштәр биттән йәнә ағыла,
Бөгөн дә кер төшөмә, тип юрғанды ябынам.
Кәрәкмәй һүҙҙәр, әйтер күҙҙәр ҡарашымдан аңлаһаң,
Әҙермен әле ҡолоң булырға, әгәр яллаһаң.
Үткәреп аша ете диңгеҙ, ете даланан
Ризалығын, Фәтихәһен алыр өсөн Алланан!
Һаҡлайым күңелемдә иң яҡты хистәрҙе,
Мөхәббәткә күмелгән тылсымлы кистәрҙе
Ишет минең йырым— яңғырай hинең өсөн,
Тойғоларым тәрән һәм юғалтмаҫ көсөн.
Бергә яҙған китапты һин ябырға ашыҡма,
Бар ғүмерем бағышлайым— мәңгелеккэ ғашиҡмын.
Ҡояшлы иртәләрҙә булһаңсы уятыусым.
Һин минең мөғжизәм, һин минең тылсым.

Һинең нескәлек —ул иртәнге томан,
Һинең наҙлауың Ҡояштың нурынан.
Һин минең яңы көн, һин минең Йомам,
Иркәләйем, һырынам күҙемде йомам.
Хыялый төндәрҙә беҙҙе күҙәтергә сығыр Ай:
Диуана ғашиҡтар, тип әйтерһең, шыбырлай.
Беҙ икәү мәңге бергә, ышанам: был—яҙмыш,
Ҡурҡам хаталарҙан, яҙа баҫыуҙан яңылыш.
Туҡта, ашыҡма, саҡ ҡына түҙ, ялбарам үтенәм,
Уятырға ҡурҡам, аңлайым үбәм битенән...
Ғәҙеллегем юғалтып күмелдем ғәмһеҙлеккә.
Юғалтыуым, аҙашыуым хәҙерме мәңгелеккэ?
Ышанам барыбер, кайтырһың һин миңә,
Хаталарым аңланым, донъям һинһеҙ шиңә.
Йөрәк илай, күңел шыңшый, тойғолар өтә,
Ҡайт, яҙайык дауамын—
беҙҙең китап көтә!

Другие песни исполнителя:

  • Һинең һәр һүҙең, ҡағылыуың тылсым, Һиңә ғашиҡ булам һәр иртә, ысын! Тормошома йәм биреүсе һин мөғжизәле йырсым, Мәңгелеккә минеке генә йәнкәйем булсы. Ҡараңғы "Донъямды" һин балҡытҡан Ай, Йәшермә йөҙөң, оялма, йәле йылмай, Һинһеҙ тормошом күҙ алдына килтереп булмай, Ваҡыт та ҡыумай, илһам да тыумай. Сәстәр-сәскә бәйләнһендәр, Хистәр сәскәгә әйләнһендәр, Хыялым, тик һине яратам. Күҙҙәреңә мин ҡарап туя алмам, Бәхетемдең мин сиген тоя алмам Йәнкәйем, тик һине яратам Һине һағынғанда-йөрәк нисек түҙәр, Айырһа ла алыҫ ерҙәр, Ышанам һөйгәндәр бушҡа килмәй ергә Беҙҙең хистәр-көслө һәм мәңгегә Матур кис, һин миңә бүләк иттең, Матур хис тыуҙырып йөрәгемде иреттең. Йәш егеттән, әйтерһең, һынмаҫ көслө ир иттең, Һүҙһеҙ генә аңла хистәрем, һыйынғанда бир битең. Һағынам,- янымда булһаң да, Йырҙарымды йырлайым,- күңел тойғоларға тулғанда. Ҡарашың һинең эйә ниндәй ҙур көскә, Ҡарайым кәләшкә кеүек тә, ҡарайым кеүек бәпескә! Күҙҙәргә күҙҙәр ҡараһын мәңге, Ҡулдарға ҡулдар тотонһон мәңге,- Бергә булырға яҙһын мәңгегә. Тойғоларҙа иҫереп икәүләп, Бәхетте лә кисереп икәүләп, Үтәйек тормош юлын бергәләп.
  • Йылмаям бар донъяға, бәхетле кешеләр бит ураған, Ҡурҡмайым һыуыҡ-эҫенән, ер тетрәһен, булһын ел-буран. Хыялдар көслө булһа йыһанға ла беҙҙе илтәләр, Хыялдар ҡанатландыра, мөғжизәле килә иртәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Һағыныу тойғоһо ят түгел, ул мине тик дәртләндерә, Әйтерһең, күрешеү теләгем бар ер шарын әйләндерә. Һиҙәм, теләйем, ышанам, һағынаң һәм күрешкең килә, Йәнә мин ҡанатланам һәм өнөмдә тик һиңә еләм. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Арымам алыҫтарҙан һине һағынып Күңел йылына тойғоларға ябынып Йәнә дөрләр усаҡ булып ҡабынып Ҡайтырһың яныма һағынып. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр. Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр, Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
  • 1. Хау бул мангега хин минеке тугел хазер Китма инде бахетем тип айтерга азер куззарен дэ йаштар йорэк тулы хагышка Хойоу нисек йэшэр, буйхынырмы язмышка? Битен буйлап ага йэштэр хортам уларзы Осрашырбыз хойоу кауыштырган юлдарзы Касан гына берга инек темен исертте Ике йорэккэ ... типте, а мохаббат бер итте Ирендарен иренемдэ косагымда иренен Мохаббатем исемемде айтеп килерзен Йыхандын йондоззары сагылды кузенда Хин минеке мангега урыны гел туренда Язмыш искартеп ме ямгыр булып иланы Бэхет юрай тейеп ике йорэк тынланы Кулдарын усымда ирендарен шыгырлай Тошхам дэ юлына китеугэ кунел ышанмай ... Хей! Йай йашел кулдаген кейа Хей! Йанем йорэк утта койэ Хей! Кукта йондоззар мин соям Хей! Ишетанме? Хине улем хоям! Хей! Коз япрактарын коя Хей! Хойоуга тулган беззен донья Хей! Йорэк тибешенде тоям Хей! Мохаббат хайкален куям! .. Бутан осрак телагенде башка кандырыр Хатерлатеп ирненде, йорэгенде яндырыр Хунгы тапкыр иркалайем кукрагемдэ Куз йэштэрем минен тамхын ине йорэгена Болотло язгы кистэ юлдарыма килден Хойоуемден билгехе тип ак саскалар бирзем Ап ак саска хойоуем хинен кулында Газаптарга халгас ник осранын хун юлымда? Етар озголама бары куззарема кара Ышанмайса хуззарема кунелема халан яра Хойоу хистаре ямгыр булып ерга тоша Беззен мохаббат йорэктэ манге йашар Богон кузаренда хинен хагыш мон ята Тагы кабатлайым йорэк хине ярата Йашлек мохаббата, хойоу йуналектэ Булагем ак сэскэ ятып калды кулауектэ ... ... Хинэ бер кагылыу уята мине бахет Булхын минен янда булхын хинен тахет Хинен менан рахат! Ошолор мохаббат! Якты донья тормош узе ел менан бара Кара болоттар, йашенле ямгырзар Куркыта алмастар, мохаббатте ныгытырзар Фарешталар уктар атырзар безга атырзар Урамда балалар безга йылмайырзар=)
  • Һуземде башлар алдынан утенесем белдерәм Кемдер мине ихлас тыңлар,кемдер ҡул hелтәр беләм Тирә-яҡҡа,йәмәғәткә-ихтибарлы булығыз, Ҡылыр алдынан уйлағыз-Алланан hез ҡурҡығыз! Ағыла,уйзарым ағыла Ниҙәр булыр тағыла? Донъя яңылыш Юл ала, Ярзам ит беҙгә Аллам!!! Бөтә Донъяны яңғратып мин оран hалырға әҙер, Аҡсанан бутән нәмәгә куптән ботто Инде ҡәзер. Барлыҡ тереклектен теле осонда хәҙер Шундай замана етте,етте шундай дәүер! Урам буйлап атлап киләм,ике ҡулда кәҫәлә, Алда барган икәүҙән шундай hүҙҙәр ишетелә. Миндә бар «төйөлгәндәр» киттек әҙерәк йыраҡҡа, Шунда имеш икәулэп барып ҡайтырбыз «йыраҡҡа»! Аҙ түгел бөгөн ундайҙар-маҡсатhыҙ йәшәгәндәр, Ләззәт эҙләп был ғумерҙән аҙак инде үкенәләр. Тик үткәндәр кире ҡайтмай-быны улар аңлайҙар, Шунлыҡтандыр ҡылыҡтарын бәлки ташлай алмайҙар. Куҙенде ас тереклек, ҡаты йоҡоңдан уян! Үлмәгәнбеҙ бит әле-йөрәгем менән тоям! Бар әле беҙҙә көс мәғнәhеҙлектэн боролорға! Яңы урҙәргә ынтылып-Яны тормош ҡорорга!!! Беҙҙен сәғәттэр туҡтаhа ла-ваҡыт китеп барыр, Кешелек төҙәлмәhә ғонахтар артҡандан артыр. Ҙур таланттыр ямандан яҡшыны айыра белеү, Донъяла ниҙәр барғанын-айыҡ аң менән күреү! Ботә ерҙә hуғыш,фажиғә,бәлә-ҡаза, Йөрәк әрнеүҙән мин әҙер яҙырға Аллаға ғариза! Тик улайтмам, ҡурҡытмайым,киләсәккә ышанам, Яҡты тандар атҡан hайын ҡыуанамда-шатланам! Теге икәүҙе hорарhығыҙ: «Ҡайҙа-тиеп-Улар хәҙер?» Гәзиттә уҡыным кисә:уларға ҡаҙғандар ҡәбер. Куреп Кеше хатаhын,hеҙ курмәгеҙ ҡабатлай, Иблис hәм шайтандар Бер кемде лә аямай! Уйлаған уйҙарымдың ошо Бер олошо булыр, Көндән-көн башымда яңынан-яңылары тыуыр! Һау булығыҙ әлегә бөтә алмайым әйтеп телдәр тала, Ә hезгә кешелек уянып күҙ асырға ҡала!

МС БАШ

Настоящий экспериментатор на современной башкирской эстраде, он представляет публике все новые и новые музыкальные находки.