Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Буранбай»
исполнителя Азамат Тимеров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ,
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло,
Буранбайҙың һуҙған йырҙары.
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауыл ирҙәре.

Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты
Саҡырым ғына бармай, баш ташлай.
Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ,
Себер ебәреп үк, башты ашай.

Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән
Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте, иле ҡалды
Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡоштар оҙатырға һуңланым Өй артында беҙҙең шишмәле күл, Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым. Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын. Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй, Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин. Юҡһынмасы әле, тыуған яғым, Ҡоштар оҙатырға һуңланым. Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе Һығылып та өҙөлөп янғандыр. Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр. Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың Ояларын япраҡ күмгәнен. Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
  • Һин күктәге йондоҙ түгел, Һин ерҙәге бер ҡыҙ ғына. Ер егетен саҡырма һин Күктәрҙәге йондоҙона. Ерҙә тыуҙым, ерҙә торам, Күңел шуға күнгән инде. Һинең йондоҙ - тик ҡабына, Минең йондоҙ - һүнгән инде. Һинең тормош - киләсәктә, Минең тормош - үткәндәрҙә. Киләсәккә барып була, Ҡайтып булмай үткәндәргә. Киләсәктәй алыҫ та һин, Үткәндәрҙәй яҡын да һин. Ерҙә үҙең бер йондоҙ бул. Йондоҙҙарға саҡырма һин.