Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Азамат Тимеров.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Азамат Тимеров

  • Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас. Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай. Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман шылтыр - шылтыр... Күрәһең инде, йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.
  • Нимә булды һиңә икән, ниңә ниҙән? Ҡалтыранып үкһеп илайһың? Устарыма һал һин йөрәгеңде, Ҡулдарымдың тойһон йылыһын. Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. Белмәнеңме әллә көтмәгәндә Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен? Яралары тәрән, яралары... Һүҙҙәр яралаған күрәһең... Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. (х2) Әллә хушлашмайса китте микән Көтөп алған йылы йәйҙәрең Устарыма һал һин йөрәгеңде Яраларын өрөп бәйләрмен Ҡушымта: Ҡайғыларым менән килдем әле Көтөп алған оло байрамың Устарыма һал һин йөрәгеңде, Яраларын өрөп бәйләрмен. (х3)
  • (йырҙың беренсе варианты) Ике лә генә егет бесән саба Уйыл буйҡайында ла сабында. Ҡайҙа ла ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй, Ир-егеткәй иҫән дә сағында. Менгән генә атым, ай, кир булыр, Тибенгеһе уның да тир булыр. Урал буйҡайының аҫыл егете Данҡайҙары сығыр ҙа ир булыр. Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе. Уйландырып ҡына ҡалмай, моңландыра, Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе. (йырҙың икенсе варианты) Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҡайҙары булмаһа. Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрттәр булмаһа. Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк, Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк; Эсемдә генә минең уттар яна, Ник елкенә икән был йөрәк. Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ, Ҡаршыһында бейек тау булһа; Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ, Ғәзиз башы уның һау булһа.
  • Алға ғына ынтыл, ай, ҡаратым, Елберҙәтеп ҡырас ял өсөн. Аяма ла йәнең, һай, ҡаратым, Йөҙ егерме батыр ҡаны өсөн. Алдан ғына саба, алын бирмәй, Янарал да, майор аттары. Күҙҙәрен дә текәп, текәп ҡарап атҡа, Әжәл көтә башҡорт ҡарттары. Аяғыңды ҡарат ер тотамы, Әйҙә ынтыл, бирмә алдарҙы. Йөҙ егерме башҡорт ҡан-йәш түгә, Ағыҙма тип, беҙҙең йәштәрҙе.
  • Йоморо матур тояғыңды Дағаларбыҙ, юрғам, Ҡырас матур ялдарыңды Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөндәге һылыуыңды Төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам. Башыңдағы йүгәнеңде Көмөшләрбеҙ, юрғам, Ҡара-ҡырпыу үңдегеңде Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам.
  • Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем, Маңлайыңда булыр урайы. Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем, Уң ҡулыңда булыр ҡурайы. Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем, Бәкәлдәре уның аҡ ине. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.
  • Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ, Буранбайҙың яҙған хаттары. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, Зар илайҙар ауыл ҡарттары. Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло, Буранбайҙың һуҙған йырҙары. Буранбайҙың йырын тыңлағанда, Йөрәкһенә ауыл ирҙәре. Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты Саҡырым ғына бармай, баш ташлай. Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ, Себер ебәреп үк, башты ашай. Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән Юшатырҡай башы ла Аҡбейек. Буранбай ҙа китте, иле ҡалды Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.
  • Уттар һүнде... Йондоҙҙар ҙа һүнде... Аҡ буранда йөҙә болоттар... Һүнһә һүнһен уттар, йондоҙҙар ҙа!.. Миндә әле һүнмәҫ өмөт бар!.. ... Һиңә тағы мин бер киләм әле... ... Йондоҙҙарҙа минең эшем юҡ!.. ... Һине тағы мин бер күрәм әле!.. ... Һинән башҡа һөйөр кешем юҡ!.. ... Юҡ!..
  • Ҡоштар оҙатырға һуңланым Өй артында беҙҙең шишмәле күл, Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым. Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын. Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй, Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин. Юҡһынмасы әле, тыуған яғым, Ҡоштар оҙатырға һуңланым. Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе Һығылып та өҙөлөп янғандыр. Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр. Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың Ояларын япраҡ күмгәнен. Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
  • Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас. Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай. Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман шылтыр - шылтыр... Күрәһең инде, йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.