Һин күктәге йондоҙ түгел,
Һин ерҙәге бер ҡыҙ ғына.
Ер егетен саҡырма һин
Күктәрҙәге йондоҙона.
Ерҙә тыуҙым, ерҙә торам,
Күңел шуға күнгән инде.
Һинең йондоҙ - тик ҡабына,
Минең йондоҙ - һүнгән инде.
Һинең тормош - киләсәктә,
Минең тормош - үткәндәрҙә.
Киләсәккә барып була,
Ҡайтып булмай үткәндәргә.
Киләсәктәй алыҫ та һин,
Үткәндәрҙәй яҡын да һин.
Ерҙә үҙең бер йондоҙ бул.
Йондоҙҙарға саҡырма һин.