Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Устарыма һал йөрәгеңде» исполнителя Азамат Тимеров. Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Нимә булды һиңә икән, ниңә ниҙән?
Ҡалтыранып үкһеп илайһың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Ҡулдарымдың тойһон йылыһын.

Ҡушымта:
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын өрөп бәйләрмен.

Белмәнеңме әллә көтмәгәндә
Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен?
Яралары тәрән, яралары...
Һүҙҙәр яралаған күрәһең...

Ҡушымта:
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын өрөп бәйләрмен. (х2)

Әллә хушлашмайса китте микән
Көтөп алған йылы йәйҙәрең
Устарыма һал һин йөрәгеңде
Яраларын өрөп бәйләрмен

Ҡушымта:
Ҡайғыларым менән килдем әле
Көтөп алған оло байрамың
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын өрөп бәйләрмен. (х3)
Поделиться: VK TG WA OK
Встроить на сайт

Другие песни исполнителя:

  • Ҡоштар оҙатырға һуңланым Өй артында беҙҙең шишмәле күл, Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым. Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын. Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй, Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин. Юҡһынмасы әле, тыуған яғым, Ҡоштар оҙатырға һуңланым. Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе Һығылып та өҙөлөп янғандыр. Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр. Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың Ояларын япраҡ күмгәнен. Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
  • Алға ғына ынтыл, ай, ҡаратым, Елберҙәтеп ҡырас ял өсөн. Аяма ла йәнең, һай, ҡаратым, Йөҙ егерме батыр ҡаны өсөн. Алдан ғына саба, алын бирмәй, Янарал да, майор аттары. Күҙҙәрен дә текәп, текәп ҡарап атҡа, Әжәл көтә башҡорт ҡарттары. Аяғыңды ҡарат ер тотамы, Әйҙә ынтыл, бирмә алдарҙы. Йөҙ егерме башҡорт ҡан-йәш түгә, Ағыҙма тип, беҙҙең йәштәрҙе.

Похожие исполнители