Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Күҙ нурым»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм,
Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын.
Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Кемдәр генә аңлар хистәремде,
Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым?
Елдәр генә һөйә сәстәремде,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Другие песни исполнителя:

  • Әллиләү генәйем, Бәллиләү генәйем. Әсмәбикә тыпыр-тыпыр Баҫып килә генәйем. Иртә лә кил, кис тә кил, Тәҙерәңде сиртеп кил. Сиретеүеңде танырмын да, Ҡаршы сығып алырмын. Әллиләү генәйем, Бәллиләү генәйем. Әсмәбикә тыпырлатып Баҫып килә генәйем. Иртә лә кил, кис тә кил, Тәҙерәңде сиртеп кил. Сиретеүеңде танырмын да, Ҡаршы сығып алырмын.
  • Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды Уртаға ярылды тормоштар Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ Нишләргә Яҙмыштан булмағас Уҙмыштар Һөйгәнем яттарҙа Моңһыу таң атҡанда Өҙөлә үҙәгем Өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһаң йөҙөмә Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡ малай сағырмын Менәрмен үрҙәргә Төшөрмен гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар Табырмын
  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм. Ғәлийә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым, ЙЫрактан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Ғәлийә Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Ғәлийә бергә: һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.