Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Халҡыма»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йөрәгҽмдҽң түрҽндә
Халҡымдың рухи мираҫы
Уралымдың ҡырҙары
Башҡорт халҡының йырҙары
Яратам мин халҡымды

Һоҡланам мин халҡымдан
Мәзәҡәтлҽ һылыуҙарҙан
Бар ҽрҙә лә һынытмаҫ
Көслө рухлы батырҙарҙан
Яратам мин халҡымды

Бәхҽтлҽмҽн тыуғанға
Ғәзиз Башҡортостанымда
Бар йөрәктән һоҡланам
Тырыш һәм көслө халҡымдан
Яратам мин халҡымды

Другие песни исполнителя:

  • Һуңлап килдең урау юлдарҙан, Һин аҙашҡан аҡҡош шикелле. Һинһеҙ ҡалғас яҙмыш кителде, Һағыш йотоп йылдар үтелде. Ҡушымта; Күңелемде һаман йылдар буйы Һин биләнең шиңмәҫ гөлдәрҙәй. Һағыштарҙы хәҙер иҫләмәйек, Ҡалһындар ағыр уҙған көндәрҙәй. 2.Беҙ йәшәйбеҙ әле бергә беҙ, Бергә аҡҡан ике йылғалай. Ә шулай ҙа әрнеү юйылмай Осрашманыҡ ниңә һуңламай? Ҡушымта; Һуңлап килдең, һуңлап ник шулай, Һуңлап тыуҙы ниңә тулған ай? Берен-бере һөйгән йөрәктәр Ҡауышһындар ине һуңламай.
  • Һандуғастар эйәләшкән һыу эсәргә миләштән. Ҡайғыларым бөтәр ине Һине күреп һөйләшһәм. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минең йөрәгем? Ағиҙелгә баҫма һалдым Ҡайынын һайлап ҡына. Яндарыңа барыр инем Ҡош булып һайрап ҡына. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем? Ағиҙелкәйҙе кискәндә Йырлайым ишкәк ишкәндә. Өзөлә үзәк, яна йөрәк Йәнем иҫкә төшкәндә. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем? Ағиҙел һыуы тирбәлә Уртаһында һал булһа. Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар, Беҙгә насип яр булһа. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем?
  • Арҡаларҙан арпа урайыҡ, Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ, Бер алманы бишкә бүләйек, Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Һөйләгәндәр, әй һөйләһен, Ишетмәгән кеше булайыҡ, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был дөнъяның кәҙерен беләек. Түгәрәк тә, һай, ҙур ялан, Ат уйнатам диһәң, тау яман; Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Бер йырламай йөрәк йелкенмәй. Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был донъяның кәҙерен беләйек. Был донъяның кәҙерен беләйек.