Һуңлап килдең урау юлдарҙан,
Һин аҙашҡан аҡҡош шикелле.
Һинһеҙ ҡалғас яҙмыш кителде,
Һағыш йотоп йылдар үтелде.
Ҡушымта;
Күңелемде һаман йылдар буйы
Һин биләнең шиңмәҫ гөлдәрҙәй.
Һағыштарҙы хәҙер иҫләмәйек,
Ҡалһындар ағыр уҙған көндәрҙәй.
2.Беҙ йәшәйбеҙ әле бергә беҙ,
Бергә аҡҡан ике йылғалай.
Ә шулай ҙа әрнеү юйылмай
Осрашманыҡ ниңә һуңламай?
Ҡушымта;
Һуңлап килдең, һуңлап ник шулай,
Һуңлап тыуҙы ниңә тулған ай?
Берен-бере һөйгән йөрәктәр
Ҡауышһындар ине һуңламай.