Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һөйөү»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Һауаларҙа, бейектәрҙә
Кейек ҡаҙ тауыштары.
Шатлыҡ менән тулды бөгөн
Күңелем һауыттары.

2. Көтмәгәнде килтерер тип,
Яҙҙы көтмәгән инем.
Былай уҡ ҡабынырмын тип,
Өмөт итмәгән инем.

Ҡушымта:
Нимә булды? Сайпылам бит
Яҙа баҫһам аҙ ғына.
Яңы бәхет килдеме? Юҡ,
Бары килде яҙ ғына...

Другие песни исполнителя:

  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • 1. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән. Ҡушымта: Ай, һағыш - ғүмер юлы, Ҡаяла һары урман. Һаҡмарымдың һылыуы, Юлыңа ҡаршы төшәм. 2. Өҙгөләнмә, һине һөйәм,матурым, Тик ҡыума яндарыңдан. Юлдарыңа гөлдәр һибәм,матурым, Ебәрмәм яндарымдан. 3. Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма, Саф мөхәббәт һин генә. Ирәндектең иң матур сәскәһенән Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә. 4. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән.
  • 1. Һине осраттым да, йәнем, Әйләнеп тә китте башым. Һинең уйҙарың белмәгәс, Бөтөп китте сабыр - ташым. Һүндермә инде дәртемде, Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде. Көтә алмайым башҡа бер көн, Икәүҙән һайла һин берҙе. Ҡушымта: Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә! Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла, Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла. Ла-ла-ла-ла, Булыр, һине һөйәм, тигәндәр, Ла-ла-ла-ла, Мине һайла! Юҡ, мине һайла! 2. Ике йөрәк араһында, Кем һуң яҡыныраҡ һиңә? Алдайым тип уйлама ла, Аныҡ яуап кәрәк миңә. Һөйөүем уйынлы түгел, Йөрәгемде үртәмә һин. Башҡайымды бутама әле, Ғазаплама, яндырма һин.
  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.
  • 1. Хыялымда тик һин, Күңел түрем биләнең, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 2. Көнләшһен көнләшкәндәр, Беҙҙең һулар һауа бер. Һинән бер ни кәрәкмәй, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 3. Маҡсатыма етермен, Яңғыҙлыҡтан китермен. Һағышымды онотормон, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң.