Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мине һайла»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Һине осраттым да, йәнем,
Әйләнеп тә китте башым.
Һинең уйҙарың белмәгәс,
Бөтөп китте сабыр - ташым.
Һүндермә инде дәртемде,
Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде.
Көтә алмайым башҡа бер көн,
Икәүҙән һайла һин берҙе.

Ҡушымта:
Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә!
Ла-ла-ла-ла,
Йә мине, һин, йә уны һайла,
Ла-ла-ла-ла,
Йә мине, һин, йә уны һайла.
Ла-ла-ла-ла,
Булыр, һине һөйәм, тигәндәр,
Ла-ла-ла-ла,
Мине һайла! Юҡ, мине һайла!

2. Ике йөрәк араһында,
Кем һуң яҡыныраҡ һиңә?
Алдайым тип уйлама ла,
Аныҡ яуап кәрәк миңә.
Һөйөүем уйынлы түгел,
Йөрәгемде үртәмә һин.
Башҡайымды бутама әле,
Ғазаплама, яндырма һин.

Другие песни исполнителя:

  • Ауыл менән ҡала, урамда, урманда, Һине эҙләйем мин, һин ҡайҙа? Ауыл менән ҡала, галактикаламы? Теләгән эҙләмәй табыламы? Һин юҡһың, юҡһың, таба [а]лманым һине, Һин юҡһың, юҡһың, эҙләмәйһең мине. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Сибайҙа ла юҡ-юҡ, Баймаҡта ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Башҡорт микән үҙе, ғәжәп микән һүҙе? Төшөр миңә ҡасан уның күҙе? Сәс[е] ҡыҫҡа булһа ла, аҡсаһыҙ булһа ла. Ҡыҙҙар тыйнаҡлыҡта һынала. Унда барам, юҡ-юҡ, бында барам, юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Баймаҡта ла юҡ-юҡ, Сибайҙа ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем.
  • 1. Ябай һалдат альбомында Бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, Минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, Ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, Мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, Саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, Йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә.
  • 1. Ҡашың ҡара, буйың зифа, Керпегең бөгөләлер. Һинең өсөн, йәнкиҫәгем, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Үҙәгем өҙөләлер. 2. Ҡаш ҡараһы күҙеңдә лә, Буй зифаһы үҙеңдә. Ай тулғанда тыуҙыңмы әллә, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Ай нуры бар йөҙөңдә. 3. Ҡашың ҡара, күҙең кеү[е]к тә, Һиңә һөйләр һүҙем күп. Һөйләр инем серҙәремде Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Көн дә күрһәм үҙеңде.