Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һалдат йыры»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Ябай һалдат альбомында
Бер рәсем әсир итте
Дуҫым серле йылмайып,
Минең һеңлем, яҡташ, тине.
Бер күреүҙә ғашиҡ булдым
Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә.
Танышыу хаты ебәрҙем,
Яуап яҙҙың һин миңә.

Ҡушымта:
Уралтауҙың башында,
Матур сәскә үҫәлер.
Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип,
Бәғеркәйем көтәлер.

2. Хат бәйләне арабыҙҙы,
Ғашиҡ йөрәк шатланды.
Күңелемде һин биләнең,
Мөхәббәт ҡанатланды.
Алыҫ ерҙә, сит тарафта,
Саф һөйөү килде миңә.
Мин ҡайтырмын, яндарыңа,
Йәнкиҫәгем, көт кенә.
Бер күреүҙә ғашиҡ булдым
Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә.
Танышыу хаты ебәрҙем,
Яуап яҙҙың һин миңә.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.
  • 1. Хыялымда тик һин, Күңел түрем биләнең, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 2. Көнләшһен көнләшкәндәр, Беҙҙең һулар һауа бер. Һинән бер ни кәрәкмәй, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 3. Маҡсатыма етермен, Яңғыҙлыҡтан китермен. Һағышымды онотормон, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң.
  • Ауыл менән ҡала, урамда, урманда, Һине эҙләйем мин, һин ҡайҙа? Ауыл менән ҡала, галактикаламы? Теләгән эҙләмәй табыламы? Һин юҡһың, юҡһың, таба [а]лманым һине, Һин юҡһың, юҡһың, эҙләмәйһең мине. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Сибайҙа ла юҡ-юҡ, Баймаҡта ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Башҡорт микән үҙе, ғәжәп микән һүҙе? Төшөр миңә ҡасан уның күҙе? Сәс[е] ҡыҫҡа булһа ла, аҡсаһыҙ булһа ла. Ҡыҙҙар тыйнаҡлыҡта һынала. Унда барам, юҡ-юҡ, бында барам, юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Баймаҡта ла юҡ-юҡ, Сибайҙа ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!