Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙмыш бүләге»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә,
Дауыл - бурандары булмаһын.
Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын,
Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын.

2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең,
Ҡабул булһын ине теләге.
Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк,
Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге.

Ҡушымта:
Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин,
Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә.
Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә,
Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Миңә тип тәңре биргән тиңемһең, Тик һиндә күрәм бәхетем төҫөн. Бер ни ҙә йәлләмәм һинең өсөн, Ҡыуанысым минең! Йөҙҙәреңдең матурлығы ал таңдан, Һәр бер һүҙең күңелемдә һаҡлана, Һиңә булған мөхәббәтем сағыла, Күҙҙәремдә минең! Припев: Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. 2. Һинең менән ҡайғыларҙы оноттом, Йөрәгемде һөйөү менән йылыттың, Һандуғастан бер ғәжәйеп йыр оттом - Һиңә арнайым! Һөйгәнем, беҙ бәхетте табайыҡ, Мөхәббәттең ялҡынында янайыҡ, Хыялдарға етәкләшеп барайыҡ, Икәүбеҙ бергә! Припев: Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Припев: 2х Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм.
  • 1. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә. Ҡушымта: Тик һиңә табынам, йән - йәрем, Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә. 2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә, Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда. Хыялда күктәрҙә йөҙәмен, Янымда бары һин булғанда. 3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.
  • 1. Бер күреүҙә йән ирене наҙҙарыңдан, Йәшерә алмай серемде күҙ ҡарашым. Йән тетрәтеп яндарымдан үтеп киттең, Матур гөлөм, буй етмәҫ гөл һин генәһең. Ҡушымта: Матур гөлөм, ай, Ҡыҙыҡтырҙың, ай, Наҙлы гөлөм, ай-ай, Хыялым һин, ай. 2. Һөйләйем тиһәм һүҙемде әйтә алмайым, Йыуатмайһың, йәлләмәйһең - йән теләһең. Мөхәббәттең баҡсаһынан емеш йыйҙым, Мин эҙләгән матур гөл һин генәһең. 3. Ғазабына сыҙай алмам - тоҙ һалаһың, Йәнгенәмә борсолоуҙан ут ҡабырҙай. Ҡайнар йөрәгем көтә һине, гөлөм, Түҙә алмайым, йәнем, һине һағынмай.
  • 1. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән. Ҡушымта: Ай, һағыш - ғүмер юлы, Ҡаяла һары урман. Һаҡмарымдың һылыуы, Юлыңа ҡаршы төшәм. 2. Өҙгөләнмә, һине һөйәм,матурым, Тик ҡыума яндарыңдан. Юлдарыңа гөлдәр һибәм,матурым, Ебәрмәм яндарымдан. 3. Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма, Саф мөхәббәт һин генә. Ирәндектең иң матур сәскәһенән Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә. 4. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән.