Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма
Көндәр түгел, айҙар үттеләр
Әммә юлдар һиңә етмәйенсә
Йыраҡтарға алып киттеләр.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Клип к песне:

Другие песни исполнителя:

  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисеп. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙермен һуң һағынмай.
  • 1. Тәбиғәт матур ерҙә, Йәшәүе рәхәт беҙгә. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яратабыҙ, һөйәбеҙ. Ҡушымта. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә 2. Һин һәм мин икеү генә Яралдыҡ беҙ мәңгегә. Йыһандарҙа еләбеҙ, Йәшәү ҡәҙрен беләбеҙ Ҡушымта. 1.Где природа так прекрасна, Вместе нам живется классно! Мы играем да смеемся, Любим и влюбляемся. Привев: Эй давай, давайте вместе, Бурно жить на этом свете! Эй давай, давайте вместе, Вместе танцевать! Эй давай, давайте вместе, Бурно жить на этом свете! Эй давай, давайте вместе, Играть и танцевать! 2.Мы с тобой здесь, ты да я, Соединились навсегда. Во вселенной мы плывем, Ценность жизни познаем.
  • Кеше ергә белеп тыумай Күпме ғүмер йәшәрен. Ләкин ул белергә тейеш Был ғүмерҙә нишләрен. Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә. Һайлау мөмкинлеге тигән Был һәр кемгә бирелгән Беҙҙҙең ғүмер тормош тигән Ваҡыт менән үрелгән Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә. Һәр саҡта ла үҙең булып, Намыҫ менән йәшәргә. Һәр ваҡыт йөрәк ҡушҡанса Изгелектәр эшләргә. Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә.