Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йүрүҙән»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йүрүҙән
Тауҙар-таштар яры боролоп-боролоп
Йүрүҙәнкәй, бик шәп ағаһың
Көслө ғәйрәт менән тулҡыныңды
Бейек ярҙарыңа ҡағаһың

Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән
Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән

Йүрүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға
Күпте күргән, күпте кисергән
Унда батыр йырсы Салауат та
Аҡбуҙатын төшөрөп эсергән

Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән
Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән

Һоҡланған ул ҡарап Йүрүҙәнгә
Ҡарап-ҡарап уға туймаған
Туғайынан ҡурай өҙөп алып
Өҙөлөп-өҙөлөп уны уйнаған

Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән
Йүрүҙән, Йүрүҙән,
Күпте күргән, күпте кисергән.

Другие песни исполнителя:

  • Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Теләмәйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һинән арынһа ла. Хистәремде яңыртырмын, Һиңә тиеп ашҡынырмын, Үткән хистәр әйләнерҙәр, Сәстәр сәскә бәйләнерҙәр. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла. Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла.
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.