Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Аҡ сәскә»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,
Хәтерләтеп йәмле май кисен.
Муйыл сәскә атҡан туғайҙа
Йөргән инек икәү нур кисеп.

Тормош юлдарыбыҙ шул кистә
Айырылды төрлө яҡтарға.
Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә,
Алыштырмам уны яттарға.

Араларҙа алыҫ юлдар бар,
Барыр инем дә бик арымай.
Осрашырға күмпе йылдар бар,
Нисек түҙермен һуң һағынмай.

Другие песни исполнителя:

  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
  • Йүрүҙән Тауҙар-таштар яры боролоп-боролоп Йүрүҙәнкәй, бик шәп ағаһың Көслө ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға Күпте күргән, күпте кисергән Унда батыр йырсы Салауат та Аҡбуҙатын төшөрөп эсергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Һоҡланған ул ҡарап Йүрүҙәнгә Ҡарап-ҡарап уға туймаған Туғайынан ҡурай өҙөп алып Өҙөлөп-өҙөлөп уны уйнаған Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән.