Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һин тип тибә йөрәгем»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • 1. Ҡояш көлә, нур hибелә - Йәй алға ғына атлай. Күңел йырлай, тынғы тапмай, Моң hалып hандуғастай. Ҡушымта: Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Йөрәк hөйгәнен эҙләй. Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Ҡараш ҡыҙҙарҙы күҙләй. 2. Уйындарҙа дәртле йырҙар, Бейейҙәр барса йәштәр. Таңға ҡәҙәр моңло йырҙар, Ҡосаҡта hөйгән йәрҙәр. 3. Йәй миҙгеле hөйөү мәле - Йөрәктәрҙә наҙ ғына. Тик төн ҡысҡа, ваҡыт уҙа, Һиҙелмәй аҙға ғына.
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)
  • 1. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Тәҙерәнән ҡарап ҡалды, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Әллә ярата микән? 2. Тәҙерәнән ҡарайһың да, Ҡарап кемде таныйһың? Ҡарап күҙең талдырғансы, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Ник саҡырып алмайһың? 3. Тәҙерә төбөм ҡаты бал, Ашайһың килһә ватып ал. Һөйөүҙәрең ысындан булһа, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Тәҙерәнән тартып ал.
  • 1. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә. Ҡушымта: Тик һиңә табынам, йән - йәрем, Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә. 2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә, Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда. Хыялда күктәрҙә йөҙәмен, Янымда бары һин булғанда. 3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.