Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Матур гөлөм (һәм Саша Невский)»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Бер күреүҙә йән ирене наҙҙарыңдан,
Йәшерә алмай серемде күҙ ҡарашым.
Йән тетрәтеп яндарымдан үтеп киттең,
Матур гөлөм, буй етмәҫ гөл һин генәһең.

Ҡушымта:
Матур гөлөм, ай,
Ҡыҙыҡтырҙың, ай,
Наҙлы гөлөм, ай-ай,
Хыялым һин, ай.

2. Һөйләйем тиһәм һүҙемде әйтә алмайым,
Йыуатмайһың, йәлләмәйһең - йән теләһең.
Мөхәббәттең баҡсаһынан емеш йыйҙым,
Мин эҙләгән матур гөл һин генәһең.

3. Ғазабына сыҙай алмам - тоҙ һалаһың,
Йәнгенәмә борсолоуҙан ут ҡабырҙай.
Ҡайнар йөрәгем көтә һине, гөлөм,
Түҙә алмайым, йәнем, һине һағынмай.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын, яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай-әсәй, дуҫ-туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш, Һомғол, зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел-буранда, ҡараңғыла Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!
  • 1. Һине осраттым да, йәнем, Әйләнеп тә китте башым. Һинең уйҙарың белмәгәс, Бөтөп китте сабыр - ташым. Һүндермә инде дәртемде, Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде. Көтә алмайым башҡа бер көн, Икәүҙән һайла һин берҙе. Ҡушымта: Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә! Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла, Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла. Ла-ла-ла-ла, Булыр, һине һөйәм, тигәндәр, Ла-ла-ла-ла, Мине һайла! Юҡ, мине һайла! 2. Ике йөрәк араһында, Кем һуң яҡыныраҡ һиңә? Алдайым тип уйлама ла, Аныҡ яуап кәрәк миңә. Һөйөүем уйынлы түгел, Йөрәгемде үртәмә һин. Башҡайымды бутама әле, Ғазаплама, яндырма һин.
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • 1. Миңә тип тәңре биргән тиңемһең, Тик һиндә күрәм бәхетем төҫөн. Бер ни ҙә йәлләмәм һинең өсөн, Ҡыуанысым минең! Йөҙҙәреңдең матурлығы ал таңдан, Һәр бер һүҙең күңелемдә һаҡлана, Һиңә булған мөхәббәтем сағыла, Күҙҙәремдә минең! Припев: Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. 2. Һинең менән ҡайғыларҙы оноттом, Йөрәгемде һөйөү менән йылыттың, Һандуғастан бер ғәжәйеп йыр оттом - Һиңә арнайым! Һөйгәнем, беҙ бәхетте табайыҡ, Мөхәббәттең ялҡынында янайыҡ, Хыялдарға етәкләшеп барайыҡ, Икәүбеҙ бергә! Припев: Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Припев: 2х Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм.