Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туйға теләк»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Ҡушымта:
Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай-әсәй, дуҫ-туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!

2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш,
Һомғол, зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта,именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ,
Һүрелмәһен тойғоғоҙ!
Тормош юлын етәләшеп,
Йәнәш кенә уҙығыҙ!
Ел-буранда, ҡараңғыла
Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ!
Ярты юлда өҙөлмәһен
Мөхәббәтле йырығыҙ!

Другие песни исполнителя:

  • 1. Ҡояш көлә, нур hибелә - Йәй алға ғына атлай. Күңел йырлай, тынғы тапмай, Моң hалып hандуғастай. Ҡушымта: Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Йөрәк hөйгәнен эҙләй. Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Ҡараш ҡыҙҙарҙы күҙләй. 2. Уйындарҙа дәртле йырҙар, Бейейҙәр барса йәштәр. Таңға ҡәҙәр моңло йырҙар, Ҡосаҡта hөйгән йәрҙәр. 3. Йәй миҙгеле hөйөү мәле - Йөрәктәрҙә наҙ ғына. Тик төн ҡысҡа, ваҡыт уҙа, Һиҙелмәй аҙға ғына.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • 1. Ябай һалдат альбомында Бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, Минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, Ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, Мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, Саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, Йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә.
  • Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Нисә йылдар эҙләһәм дә, таба алманым, Күп ҡыҙҙарҙы тәмләнем, йәнем тартманы. Йөрәгемә яра һалды көтөүҙәрем һине, Юлдарымдан тайпылма, һин дә көт мине. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Янымда һин булғанда ҡанатланып осам, Ниҙәр генә булһа ла яндарыңда булам. Һинһеҙ үткән ғүмерем ҡурҡыныс төш булды, Ҡулға ҡул тотоношоп үтәйек был юлды. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә.