Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Ян Лира.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Ян Лира

  • 1. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән. Ҡушымта: Ай, һағыш - ғүмер юлы, Ҡаяла һары урман. Һаҡмарымдың һылыуы, Юлыңа ҡаршы төшәм. 2. Өҙгөләнмә, һине һөйәм,матурым, Тик ҡыума яндарыңдан. Юлдарыңа гөлдәр һибәм,матурым, Ебәрмәм яндарымдан. 3. Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма, Саф мөхәббәт һин генә. Ирәндектең иң матур сәскәһенән Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә. 4. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән.
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • 1. Бер күреүҙә йән ирене наҙҙарыңдан, Йәшерә алмай серемде күҙ ҡарашым. Йән тетрәтеп яндарымдан үтеп киттең, Матур гөлөм, буй етмәҫ гөл һин генәһең. Ҡушымта: Матур гөлөм, ай, Ҡыҙыҡтырҙың, ай, Наҙлы гөлөм, ай-ай, Хыялым һин, ай. 2. Һөйләйем тиһәм һүҙемде әйтә алмайым, Йыуатмайһың, йәлләмәйһең - йән теләһең. Мөхәббәттең баҡсаһынан емеш йыйҙым, Мин эҙләгән матур гөл һин генәһең. 3. Ғазабына сыҙай алмам - тоҙ һалаһың, Йәнгенәмә борсолоуҙан ут ҡабырҙай. Ҡайнар йөрәгем көтә һине, гөлөм, Түҙә алмайым, йәнем, һине һағынмай.
  • 1. Яҙмыштарҙы бер ни күрмәй, Япраҡ итеп ел уйната. Күк көмбәҙе илай - ямғыр Һинең сәстәрең сылата. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары. Ҡушымта: Йәнем минең, hин йөрәгем. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем. Мин ғашиҡмын, бәғеркәйем, Һиндә генә ике күҙем. 2. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем - Һөйөүебеҙ шундай көслө. Айырылышыу беҙгә янамай, Беҙ бер бөтөн кеүек төслө. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары.
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)