Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әсә көтә улын»
исполнителя Наркас Сиражетдинова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Әсә көтә улын.

Инде күпме йылдар көтә, керпек ҡаҡмайса.
Күпме тапҡыр яҙа хаттар,
яуап алмайса.
Өмөттәр, доғалар тынысландырмайҙар,
Әсәнең йөрәге һағыштан илайҙыр.
Әсә көтә ғәзиз улын,
Күпме йылдар буйы.
Көтә...һаман өмөт итә.
Әсә көтә ғәзиз улын,
Көтә... көтә...көтә...

Нисә быуат, нисә йылдар
Тынмай һуғыштар.
Ҡабат - ҡабат ишетелә
Ҡанлы алыштар.
Афғандан, Чечнянан ғәйепһеҙ ҡорбандар.
Офицер, һалдаттар
Әйләнеп ҡайттылар табутта.
Әсә көтә ғәзиз улын,
Күпме йылдар буйы.
Көтә...һаман өмөт итә.
Әсә көтә ғәзиз улын,
Күпме йылдар буйы.
Көтә... көтә... көтә...

Күҙ йәштәре, өҙөлгән яҙмыштар,
Етем(йәтим) ҡалған балалар, тол ҡатындар.
Әсә көтә ғәзиз улын,
Көтә... көтә... көтә... көтә... көтә...
Инде күпме йылдар көтә...
Ҡайтыр, тиеп өмөт итә.
Һаман әсә хаттар яҙа,
Уңалмаҫтай тәрән яра.
Булмаһын ғазаптар! Булмаһын ҡорбандар!
Булмаһын, булмаһын
Бер ҡасан һуғыштар!!!

Другие песни исполнителя:

  • Һөйөү туҙҙы, беҙҙең йөрәкте Һағыш уты күптән ялмаған. Шыбыр-шыбыр өндәшкән һүҙҙәрҙе Төндә ямғыр йыуып ағыҙған. Кемебеҙ хаҡ, ә кем ғәйепле? Мөхәббәтең бар таңы, бар кисе. Осрашыуҙар төш булып ҡалдылар, Йөрәгемдә һаҡлана шиғырҙар. Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар. Һалҡын бер ай күренә тәҙрәнән, Илаҡ бер ямғырҙы етәкләгән. Ә үҙе шат йылмая, йылмая... Ай белә: һәр йөрәк, һәр күңел - Ҡабатланмаҫ бер миҙгел, бер ғүмер. Тик яҙмышты алдап булмай! Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар.
  • Ҡупшыланып гөрләп сәскә атҡас, Һин ултыртҡан һомғол алмағас, Алмағасты ҡосаҡларҙай булып, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Хозурланып таңғы офоҡтарҙа Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас, Йондоҙ нурҙарына талпынғандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Айырылыу һағыштарын йотоп, Һине һуштан яҙып һағынғас, Уфтанма! – тип наҙлап йыуатҡандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
  • Төшөмдә, өнөмдә булһаң йәнем, ҡайҙа булһаң да Ҡанатлы ҡош булып, осар инем һинең яныңа Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Иртәһен, кисен дә булыйыҡ бергә бергә ғүмергә Мөхәббәт ут-ялҡын, ризамын шул утта янып көйөргә Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Моңом да, йырым да бар(ы)һы һиңә, кәрәк һин миңә Аңлайым тиһәң мине ,тып-тын ҡалып йәнемде тыңла Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде