Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әсәйем»
исполнителя Наркас Сиражетдинова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Нәркәс Сиражетдинова «Әсәйем,әсәкәйем»

Маңлайымдан үбеп әсәй мине
Оҙаттың да тормош юлына,
Ҡайтып йөрө балам зинһар тиеп
Ҡулдарымды ҡыҫтың ҡулыңа.

Ҡушымта:
Әсәйем, әсәкайем,
Һөйөклем, бәғеркәйем,
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.

Томандарҙа юлдар оҙон була,
Борма борма була, ураулы
Йә дауылы ҡуба, йә бураны,
Йә ямғыры яуа ҡыраулы.

Ҡушымта:
Әсәйем, әсәкайем,
Һөйөклем, бәғеркәйем,
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.

Йөрәккәйең һиҙеп тораһыңдыр,
Ҡаршы сығаһыңдыр урамға
Доғаларың уҡып, юрайһыңдыр
Бирешмәйен тиеп балам буранға.

Ҡушымта:
Әсәйем, әсәкайем,
Һөйөклем, бәғеркәйем,
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.
Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә
Донъямдың терәккәйе.

Другие песни исполнителя:

  • Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Бөгөн төндә төштәремдә Һине күрҙем, бер генәм. Мин тал, имеш, ә һин, йәнем, Гүйә ҡара бөрлөгән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Тиҙерәк кил, бер генәм! (2раза) Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде Көн дә килә күрәһем. "Һөйәм" тигән һүҙҙәреңде Ҡабатлайым йыр менән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һин бит минең бер генәм! (2раза)
  • 1.Кара урмандарҙың да уртаhында Карт имәндәр киҫтем әллә-ли Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәле-күлдәрҙә Дуҫҡайзарым йыйылышҡас сәскә ата гөлдәр ҙә. 2.Уҙған ғүмерҙәрҙең дә буйҙарына Татыу булhаҡ ине беҙ бергә. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Еләктән ҡайтып киләм. Ер еләге нисек тәмле, Һеҙҙе лә шулай hөйәм. 3.hыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта Алтын тәңкә таптым әллә-ли. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Бөрлөгәндәре менән Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-иштәрҙең Бер тигәндәре менән. 4.Алтын тәңкә беҙгә лә ҙур мал түгел Бер күрешеуҙәре әллә ни. Француз яулыҡтар кәштәлә , Бөкләп дүрткә -бишкә лә Һеҙҙең менән күрешеүҙәр кермәҫ инде төшкә лә .
  • Ҡупшыланып гөрләп сәскә атҡас, Һин ултыртҡан һомғол алмағас, Алмағасты ҡосаҡларҙай булып, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Хозурланып таңғы офоҡтарҙа Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас, Йондоҙ нурҙарына талпынғандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Айырылыу һағыштарын йотоп, Һине һуштан яҙып һағынғас, Уфтанма! – тип наҙлап йыуатҡандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас.