Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Наркас Сиражетдинова.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Наркас Сиражетдинова

  • Төшөмдә, өнөмдә булһаң йәнем, ҡайҙа булһаң да Ҡанатлы ҡош булып, осар инем һинең яныңа Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Иртәһен, кисен дә булыйыҡ бергә бергә ғүмергә Мөхәббәт ут-ялҡын, ризамын шул утта янып көйөргә Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Моңом да, йырым да бар(ы)һы һиңә, кәрәк һин миңә Аңлайым тиһәң мине ,тып-тын ҡалып йәнемде тыңла Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде
  • Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Бөгөн төндә төштәремдә Һине күрҙем, бер генәм. Мин тал, имеш, ә һин, йәнем, Гүйә ҡара бөрлөгән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Тиҙерәк кил, бер генәм! (2раза) Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде Көн дә килә күрәһем. "Һөйәм" тигән һүҙҙәреңде Ҡабатлайым йыр менән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һин бит минең бер генәм! (2раза)
  • Ҡупшыланып гөрләп сәскә атҡас, Һин ултыртҡан һомғол алмағас, Алмағасты ҡосаҡларҙай булып, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Хозурланып таңғы офоҡтарҙа Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас, Йондоҙ нурҙарына талпынғандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Айырылыу һағыштарын йотоп, Һине һуштан яҙып һағынғас, Уфтанма! – тип наҙлап йыуатҡандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
  • Сәхрәләрҙән сығып юлыма, Ҡулдарымды алдың ҡулыңа, Иркәләнең, һөйҙөң, яраттың, Яраландым, наҙҙан мин яндым... Йәнем һине, йәнем һине, йәнем һине Мин һөйөп ҡалдым... Һине уйламаған көнөм булманы, Төшөмдә күрмәгән көнөм ҡалманы, Йылы наҙҙарыңды өҙөлөп һағындым, Йәнем, һине мин һөйөп ҡалдым... Әйтелмәйсә ҡалды һүҙҙәрем, Әрнеүҙәрҙән талды күҙҙәрем, Һағыштарым, һағыныуҙарым, Өҙгөләнеп талпыныуҙарым... Йәнем һине, йәнем һине, йәнем һине Мин һөйөп ҡалдым... Һине уйламаған көнөм булманы, Төшөмдә күрмәгән көнөм ҡалманы, Йылы наҙҙарыңды өҙөлөп һағындым, Йәнем, һине мин һөйөп ҡалдым...
  • 1.Кара урмандарҙың да уртаhында Карт имәндәр киҫтем әллә-ли Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәле-күлдәрҙә Дуҫҡайзарым йыйылышҡас сәскә ата гөлдәр ҙә. 2.Уҙған ғүмерҙәрҙең дә буйҙарына Татыу булhаҡ ине беҙ бергә. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Еләктән ҡайтып киләм. Ер еләге нисек тәмле, Һеҙҙе лә шулай hөйәм. 3.hыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта Алтын тәңкә таптым әллә-ли. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Бөрлөгәндәре менән Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-иштәрҙең Бер тигәндәре менән. 4.Алтын тәңкә беҙгә лә ҙур мал түгел Бер күрешеуҙәре әллә ни. Француз яулыҡтар кәштәлә , Бөкләп дүрткә -бишкә лә Һеҙҙең менән күрешеүҙәр кермәҫ инде төшкә лә .
  • Һөйөү туҙҙы, беҙҙең йөрәкте Һағыш уты күптән ялмаған. Шыбыр-шыбыр өндәшкән һүҙҙәрҙе Төндә ямғыр йыуып ағыҙған. Кемебеҙ хаҡ, ә кем ғәйепле? Мөхәббәтең бар таңы, бар кисе. Осрашыуҙар төш булып ҡалдылар, Йөрәгемдә һаҡлана шиғырҙар. Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар. Һалҡын бер ай күренә тәҙрәнән, Илаҡ бер ямғырҙы етәкләгән. Ә үҙе шат йылмая, йылмая... Ай белә: һәр йөрәк, һәр күңел - Ҡабатланмаҫ бер миҙгел, бер ғүмер. Тик яҙмышты алдап булмай! Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар.