1.Кара урмандарҙың да уртаhында
Карт имәндәр киҫтем әллә-ли
Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәле-күлдәрҙә
Дуҫҡайзарым йыйылышҡас
сәскә ата гөлдәр ҙә.
2.Уҙған ғүмерҙәрҙең дә буйҙарына
Татыу булhаҡ ине беҙ бергә.
Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,
Еләктән ҡайтып киләм.
Ер еләге нисек тәмле,
Һеҙҙе лә шулай hөйәм.
3.hыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта
Алтын тәңкә таптым әллә-ли.
Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,
Бөрлөгәндәре менән
Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-иштәрҙең
Бер тигәндәре менән.
4.Алтын тәңкә беҙгә лә ҙур мал түгел
Бер күрешеуҙәре әллә ни.
Француз яулыҡтар кәштәлә ,
Бөкләп дүрткә -бишкә лә
Һеҙҙең менән күрешеүҙәр
кермәҫ инде төшкә лә .