Текст песни:
Олатайым матрос булып,
Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.
Ҡушымта:
Мин дә үҫкәс һалдат булам,
Кирза итек кейермен.
Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,
Тыпырлатып бейермен.
Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
Ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.