Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Караштарым»
исполнителя Раиль Уметбаев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Уҡырға индек беҙ икәү бергә,
Юғары белем кәрәк тип оҙатып ҡалды атай-әсәйҙәр,
Ә мин уҡыу күрмәйем, һине генә уйлайым,
Яратам бит, белмәйем, белмәйем.

припев:
Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем
Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем,
Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин,
Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең.

Бына беренсе курс үтеп китте, минең түҙемлек бөттө,
Юҡ иттең бөтөнләй минең өмөттө,
Ә мин һаман ҡуймайым, күҙ алдындан китмәйең,
Яратам бит, белмәйем,белмәйем

припев:
Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем
Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем,
Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин,
Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Йәмәлекәй тауы иң бейеге Ғәзиз ҡатайҙарҙың төйәге Башҡорттарҙың ҡатай йөҙөк ҡашы Башҡорттарҙың арҡа һөйәге. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Тобол һыуҙарынан Иҙелгәсә Оло ялан балаҡатайҙар. Иҙел башы милләт башы булып Халҡым рухын улар һаҡлайҙар. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Яныбайҙар, Заhир, Арыҫландар Милләтемде даңға сырланы. Быуаттарҙан азатлыҡҡа әйҙәй Башҡорттарҙың ҡатай ораны Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә.
  • Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ — Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр. Һин минең ғүмерлек юлдашым. Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Бик ауыр минуттар булһа ла, Тап миңә шул ваҡыт йылы һүҙ; Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә, Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ! Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Иртәһен, кисен дә миңә һин Ҡыҙғанма ҡарашың йылыһын. Шул саҡта һөйөүем артыуын Йөрәгең менән һин тоярһың. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.