Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әйтмә һин ауыр һүҙ»
исполнителя Раиль Уметбаев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ
Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр.
Һин минең ғүмерлек юлдашым.
Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр.

Припев:
Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.

Бик ауыр минуттар булһа ла,
Тап миңә шул ваҡыт йылы һүҙ;
Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә,
Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ!

Припев:
Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.

Иртәһен, кисен дә миңә һин
Ҡыҙғанма ҡарашың йылыһын.
Шул саҡта һөйөүем артыуын
Йөрәгең менән һин тоярһың.

Припев:
Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.

Другие песни исполнителя:

  • припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 1.Мең бәләләр урап үтә беҙҙе, Ҡуш йөрәкле батырҙар барында. Ал-ял белмәй, үҙ йәнен аямай, Полиция тыныслыҡ һағында. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 2.Утты, һыуҙы кисһә лә бирешмәй, Көслөләргә илау ҙа килешмәй. Кемгә таяу, кемгә ярҙам кәрәк, Полиция - ышаныслы терәк. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 3.Өйҙә һеҙҙе көткән ғәзиздәргә Шатлыҡ булып, имен-һау ҡайтығыҙ. Ауыр хеҙмәт йөгөн тартһағыҙҙа, Яуызлыҡтан өҫтөн ҡалығыҙ. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы.
  • Бөгөн әсәй минең төшөмә инде. Мин huңә haғышымды hөйләнем. Һuн мине үзеңә ҡосаҡланың, Йылы шәлең менән ябындырҙың. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн. Рәхмәт,ҡәҙерләп үҫтергән өсөн Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза) Һaғыш тулha минең күңелемә, Әсәкәйем, мин бит huңә киләм. Йылы ҡараштарыңды тоям, Йөрәк йырҙарымды бүләк итәм. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн, Рәхмәт, ҡәҙерләп үҫтергән өсөн, Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза)
  • Уҡырға индек беҙ икәү бергә, Юғары белем кәрәк тип оҙатып ҡалды атай-әсәйҙәр, Ә мин уҡыу күрмәйем, һине генә уйлайым, Яратам бит, белмәйем, белмәйем. припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. Бына беренсе курс үтеп китте, минең түҙемлек бөттө, Юҡ иттең бөтөнләй минең өмөттө, Ә мин һаман ҡуймайым, күҙ алдындан китмәйең, Яратам бит, белмәйем,белмәйем припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. (2 раза)