Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Раиль Уметбаев.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Раиль Уметбаев

  • Алтын сәскә,нурлы сәскә Мөхәббәт гөлө көнбағыштар араһында тәү курҙем һине припев ҡояшым көнбағышым Һылыуым,күз нурым Һинең менән үтер инем Ғүмеремдең юлын Көнбағыштар араһынан Миңә үрелдең, Мөхәббәтем гөлө булып, Миңә күрендең припев: Көнбағыштар йылмаялар Ҡояш нурында Ярай әле hин осраның Минең юлымда припев
  • Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ — Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр. Һин минең ғүмерлек юлдашым. Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Бик ауыр минуттар булһа ла, Тап миңә шул ваҡыт йылы һүҙ; Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә, Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ! Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Иртәһен, кисен дә миңә һин Ҡыҙғанма ҡарашың йылыһын. Шул саҡта һөйөүем артыуын Йөрәгең менән һин тоярһың. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.
  • Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыһын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ, нисек терелер? Томанда аҙашып аймылышты әллә юлдарыбыҙ. Моңhоу был тынлыҡта, йәнем, hин ҡайҙа? Сорналып hағышҡа күңелеңде астыңмы ямғырға? Тамсы күҙ йәштәрең битемә тама. Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ нисек терелер? Таныш hуҡмаҡтарҙан эҙҙәреңде эҙләп таба алмайым. Ниҙәр булды беҙгә аңлай алмайым Япраҡтар шыбырлап өндәшәләр кеүек йөрәгемә: Бирмә hөйгәнеңде беҙҙең миҙгелгә. Ышанма көҙгә ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә, Һулытhаҡ нисек терелер?
  • Йәмәлекәй тауы иң бейеге Ғәзиз ҡатайҙарҙың төйәге Башҡорттарҙың ҡатай йөҙөк ҡашы Башҡорттарҙың арҡа һөйәге. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Тобол һыуҙарынан Иҙелгәсә Оло ялан балаҡатайҙар. Иҙел башы милләт башы булып Халҡым рухын улар һаҡлайҙар. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Яныбайҙар, Заhир, Арыҫландар Милләтемде даңға сырланы. Быуаттарҙан азатлыҡҡа әйҙәй Башҡорттарҙың ҡатай ораны Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә.
  • Бөгөн әсәй минең төшөмә инде. Мин huңә haғышымды hөйләнем. Һuн мине үзеңә ҡосаҡланың, Йылы шәлең менән ябындырҙың. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн. Рәхмәт,ҡәҙерләп үҫтергән өсөн Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза) Һaғыш тулha минең күңелемә, Әсәкәйем, мин бит huңә киләм. Йылы ҡараштарыңды тоям, Йөрәк йырҙарымды бүләк итәм. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн, Рәхмәт, ҡәҙерләп үҫтергән өсөн, Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза)
  • Йәшәү матур, күңелдә йыр ғына Донъяла мәхөббәт хисе барҙа Бер-береhеҙ йәшәй алмағанға Парлашып оя ҡора ҡоштар ҙа. Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән? Һин ҡояшым,ә мин hинең айың Ғүмергә яҙhын бергә булырға Һүндермәйсә хистәр ҡайнарлығын Бәхетле ғүмер юлын уҙырға Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән?
  • Биргенен пин мине ал нурын тандарзын, Йыйганын ин мине бар гелен даланын Биргенен, канаттар талпыныр сатымда Балалык рехметем йырымда сагыла Каферлеп устерген мин пинен емешен, Куйынын - гел бакса, назлы ел - пулышын. Инде буй етем де, мин пине сабыймын, Кунелен назарын кузенден таныймын. Боларга берабер ни гене бирейем Берзэн-бер булегем - тогры йерэгем Ите кур кенегет, риза был ошына Узене аталган йырымды кушып ал Бурыслы пине мин, эсейем -алтыным Сина тип эленем доньянын асылын Ай менен кояшты бирем тип уйланым Урелеп алырга етмене буйзарым
  • Күктә йондоҙ матур, hин ерҙә, Һин йылмайhаң, гүйә, нур яуа. Һинең хаҡта, минең фәрештәм, Күңелемдә hәр көн йыр тыуа. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм. Төштәремдә бөгөн мин күрҙем: Йондоҙ ямғырында ҡойондом Хыялдарыңа хыял үрҙем. Эй, hөйөклөм, изге фөрештәм. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм.
  • Ҡояш нурҙары яҡтыртып ерҙе, Һөйгән йәрем менән осраштырҙы беҙҙе Таңдар атҡансы мин Йондоҙҙарға йырлайым, Һине генә уйлап ҡояш ҡаршылайым Бар донъяны урап Осоп сығырҙай булам, Йылы ҡосағыңда Ирер булам припев Йондоҙарға йырлайым (4раза) Кил бөгөн,йәнем, Мин һине көтәм, Тик һиңә генә Йөрәк серем сисәм
  • Һине һөйәм,утта янам Уйҙарымда тик һин генә, ләкин етмәй ҡыйыулығым мөхәббәтем белдерергә Белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем Ҡараштарым ала алмайым, Өнһөҙ ҡалам күргәнемдә ҡояш кеүек йылмайыуың ҡылын сиртә йөрәгемдең припев белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем йәнем,һине һөйәм,тик әйтергә оялам, был донъяла тик һине генә үлеп яратам
  • Аа, кил минең ҡосағыма Аа, бул һин гел яндарымда Аа, һине генә яратам Төнгө күк йөҙөндә йылмая беҙгә йондоҙҙар Бөтә ғәләмдә әйтерһең беҙ икәү Ҡулдарыңды йылытып үбәм Һин минеке, тик бер генәм Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам,яратам... Ҡояш нурҙарында ҡойоноп, йәйғор аҫтында Ҡулға ҡул тотоноп барабыҙ гелән Һин яҙмышым, мин киләсәгең Бергә булырбыҙ мәңгегә Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам,яратам... Аа, кил минең ҡосағыма Аа, бул һин гел яндарымда Аа, һине генә яратам Припев Аяҙ көндәрен, һалҡын көндәрен Мәңге булырмын яныңда. Һин ышан, йәнем, көслө хистәрем. Яратам, яратам... (х2)
  • 1.Янда булған яҡындарың Йәшәүҙәрҙҽң аҫыл мәғәнәһҽ Һәр ваҡытта яҡындарҙы Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ 2.Һөйгән йәрҽң,балаларың Кәрәк һиңә дуҫтар,тыуғандарың Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ 3.Бҽргә бҽргә көндәр йәмлҽ Бҽр табында аштар бигҽрәк тәмлҽ Һәр ваҡытта яҡындарҙың Шат йөҙҙәрҽн килә гҽл күрәһҽ Тормоштарҙың аяҙ күгҽн Бәхҽттәргә киләлә төрәһҽ
  • Көтә көн дә әсәй балаларын, Ноҡот һалып, өҙөлөп-һағынып. Көткәнеңде белеп, ваҡыт табып, Беҙ ҡайтабыҙ һиңә ашҡынып. Припев: Әсәкәйем иҫләп йәш саҡтарын, Йырлай беҙгә моңло бишек йырын. Йәшә, әсәй, шатлыҡтарға күмелеп, Балаларын изгелеген күреп. Изге доғаларын уҡып әсәй, Аҡ теләктәр теләп оҙата. “Иҫән генә бер үк йөрөгөҙ һеҙ” тиеп, Беҙҙең өсөн һәр саҡ ут йота. Припев: Әсәкәйем иҫләп йәш саҡтарын, Йырлай беҙгә моңло бишек йырын. Йәшә, әсәй, шатлыҡтарға күмелеп, Балаларын изгелеген күреп. (Р. Өмөтбаев муз. һәм һүҙ.)
  • Кешелекте дауам итеүсе, Улар бит беҙҙең әсәйҙәр. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы, Иң бөйөк затҡа тиңләйҙәр. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Рәнйетмәйек беҙ һис уларҙы, Матур гүзәл заттарҙы. Хөрмәт итәйек, яратайыҡ, Инәйҙәрҙе-апайҙарҙы. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Улар бит тормоштоң биҙәге, Әйтерһең, сәскә гөлдәре. Оло шатлыҡҡа тулы булһын, Уларҙың күңелдәре. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр.
  • Яратҡанымды беләhең, hин тип, иркәм, мин йәшәнем. Мин китhәм дә яндарыңдан, киткем килеп китмәнем. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x) Бер аҙым яңылыш аҙыл, бәхет килде селпәрәмә. Бергә ҡалыу мөмкин түгел, быуылhаң да йәштәреңә. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x) Сит ҡуйын йылыта алмаҫ яҙмыш рәнйеткән күңелде. Йөҙөңде хәтерҙән юймам, яратырмын тик үҙеңде. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x)