Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ғүмерлек йәрем»
исполнителя Раиль Уметбаев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йәшәү матур, күңелдә йыр ғына
Донъяла мәхөббәт хисе барҙа
Бер-береhеҙ йәшәй алмағанға
Парлашып оя ҡора ҡоштар ҙа.

Һин минең, мин бары hинең генә
Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм,
Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә
Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән?

Һин ҡояшым,ә мин hинең айың
Ғүмергә яҙhын бергә булырға
Һүндермәйсә хистәр ҡайнарлығын
Бәхетле ғүмер юлын уҙырға

Һин минең, мин бары hинең генә
Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм,
Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә
Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән?

Другие песни исполнителя:

  • Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ — Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр. Һин минең ғүмерлек юлдашым. Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Бик ауыр минуттар булһа ла, Тап миңә шул ваҡыт йылы һүҙ; Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә, Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ! Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле. Иртәһен, кисен дә миңә һин Ҡыҙғанма ҡарашың йылыһын. Шул саҡта һөйөүем артыуын Йөрәгең менән һин тоярһың. Припев: Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин! Йөрәк бит былай ҙа яралы. Йырҙарҙы шаулатып йырлыйһы, Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.
  • Кешелекте дауам итеүсе, Улар бит беҙҙең әсәйҙәр. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы, Иң бөйөк затҡа тиңләйҙәр. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Рәнйетмәйек беҙ һис уларҙы, Матур гүзәл заттарҙы. Хөрмәт итәйек, яратайыҡ, Инәйҙәрҙе-апайҙарҙы. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Улар бит тормоштоң биҙәге, Әйтерһең, сәскә гөлдәре. Оло шатлыҡҡа тулы булһын, Уларҙың күңелдәре. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр.
  • Күктә йондоҙ матур, hин ерҙә, Һин йылмайhаң, гүйә, нур яуа. Һинең хаҡта, минең фәрештәм, Күңелемдә hәр көн йыр тыуа. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм. Төштәремдә бөгөн мин күрҙем: Йондоҙ ямғырында ҡойондом Хыялдарыңа хыял үрҙем. Эй, hөйөклөм, изге фөрештәм. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм.
  • Һине һөйәм,утта янам Уйҙарымда тик һин генә, ләкин етмәй ҡыйыулығым мөхәббәтем белдерергә Белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем Ҡараштарым ала алмайым, Өнһөҙ ҡалам күргәнемдә ҡояш кеүек йылмайыуың ҡылын сиртә йөрәгемдең припев белмәйем,ни эшләйем,үлеп яратам ни эшләйем,түҙмәйем йәнем,һине һөйәм,тик әйтергә оялам, был донъяла тик һине генә үлеп яратам