Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һине көтөп»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин,
Көтә көтә, бәлки, яҙ етер.
Көтә көтә, бәлки, йылдар үтер,
Үтенәм мин көтәм барыбер
Хоҙай биргән миңә был һөйөүҙе
Ғонаһтарым өсөн яза тип
Яңғыҙлыҡтан да бит ауырыраҡ икән
Яратылмай йәшәү яратып ...
Яратып...

Ямғыр яуып йыуа тәҙрәләрҙе,
Унан ярҙам һорап нишләрмен?
Барыһы ла бар, бер ни кәрәк түгел,
Тик һин генә миңә етмәйһең.
Алдарыңа әллә төҙләнәйемме?
Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме?
Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән,
Был донъянан әллә китәйемме?
Китәйемме?

Алдарыңа әллә төҙләнәйемме?
Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме?
Әгәр һинен өсөн кәрәк була икән,
Был донъянан әллә китәйемме?
Китәйемме?

Другие песни исполнителя:

  • Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма Көндәр түгел, айҙар үттеләр Әммә юлдар һиңә етмәйенсә Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
  • Тып-тып тамып тәҙәрәләргә ямғыр тамсылары бейешеп Һинең менән булған саҡтар Өҙөлөп иҫемә төшә Ямғыр илай, әллә йырлай Әллә ул миңә өндәшә Шундай болотло көндәрҙә лә Булһаң ине һин йәнәшә Араларҙа араларҙа ара Юлдар юлдар, оҙон юлдар Мөхәббәттән ҡалды һөйөү йырҙар Ҡалды уйҙар, ҡалды моңдар Ҡояшым бул һин, һин янымда Ҡыуып тороп болоттарҙы Ауылдар ҡалалар аша Бергә ҡушайыҡ юлдарҙы Араларҙа араларҙа ара Юлдар юлдар, оҙон юлдар Мөхәббәттән ҡалды һөйөү йырҙар Ҡалды уйҙар, ҡалды моңдар
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.