Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡартаямы ни һуң йөрәк»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә,
Йәшлек ғүмерем үтә,
Куңелем һис тә ҡартаймай
hаман да ниҙер көтә.

ҡушымта
Картаямы ни һүң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла,
Yтте йәшлек йүләрлек тип
Йырҙарҙа йырланһа ла.

2.Әллә ғашик булдым инде
Йәшләй һөйгән йәр кеүек,
Әйтерһендә берәү килеп
Иркәләр, һөйәр кеуек.

3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр,
Була ул hәркемдә лә.
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай
Олоғайған көндәрҙә лә.

Другие песни исполнителя:

  • Һин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
  • Бына тағы китәм йыраҡтарға, Тыуған яғым hинән айырылып. Тыуған яғым hинән айырылып, Һөйгәнемде hиндә ҡалдырып. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бик hағындым һине, туған яғым, Тау-тирәкле эйек буйҙарын. Йәйҙәр еткәс шаулап уйнай торған. Йәмле, матур hабантуйҙарын. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бер ҡайтаhы ине тыуған яҡҡа, Ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға. Бер ҡайтаhы ине йәшлегемә, Тәүге мөхәббәтем янына. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза)