Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Күҙ нурым (Айгөл Әминева менән)»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һин ураған юлды мин урайым,
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын.
Һин һулаған яҙҙы мин һулайым,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм,
Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын.
Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Кемдәр генә аңлар хистәремде,
Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым?
Елдәр генә һөйә сәстәремде,
Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?

Другие песни исполнителя:

  • Ҡарҙар яуа... Ҡарҙар яуа... Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ҡайҙарҙа йөрөйһөң һин аҙашып? Куңелемдә, йәнем, һинең ҡарашың. Уйландыра, иркәм, һинең хаҡта, Ябалаҡлап ҡарҙар яуған саҡта. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам!
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисеп. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙермен һуң һағынмай.
  • Ябалаклап карзар яуа, Ошо малде ин бик яратам, Йаш гумерзар узып бара йанем, Хине курер осон йан атам. Карзар яуа,карзар яуа, Йаш гумерзар узып бара. Карзар яуа,карзар яуа, Мин яратам,мин яратам! Кайзарза йоройхон хин азашып, Кунелемда йанем хинен карашын Уйландыра иркам хинен хакта, Ябалаклап карзар яуган скакта.
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.