Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Сәскәләр уяныр»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп,
Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан.
Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр
Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан.

Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым,
Йыйған сәскәләр шиңделәр инде.
Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр
Һүнделәр инде, һүнделәр инде.

Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер,
Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә.
Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан,
Һине күргәс тә, һине күргәс тә.

Другие песни исполнителя:

  • Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин, Көтә көтә, бәлки, яҙ етер. Көтә көтә, бәлки, йылдар үтер, Үтенәм мин көтәм барыбер Хоҙай биргән миңә был һөйөүҙе Ғонаһтарым өсөн яза тип Яңғыҙлыҡтан да бит ауырыраҡ икән Яратылмай йәшәү яратып ... Яратып... Ямғыр яуып йыуа тәҙрәләрҙе, Унан ярҙам һорап нишләрмен? Барыһы ла бар, бер ни кәрәк түгел, Тик һин генә миңә етмәйһең. Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме? Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинен өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме?
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • Иҫермәм мин һөйөү шарабына, Ул усаҡты ҡабат яндырма, Ҡабыҙма һин үткән үкенесте, Һүнгән хыялдарҙы яңыртма. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны. Мин бит хәҙер элеккесә түгел, Үткәндәргә һин дә теҙләнмә, Бер йылы юҡ унда, бөтәһе көл, Һүнгән уттан күмер эҙләмә. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.