Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һүнгән инде һөйөү ялҡыны»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Иҫермәм мин һөйөү шарабына,
Ул усаҡты ҡабат яндырма,
Ҡабыҙма һин үткән үкенесте,
Һүнгән хыялдарҙы яңыртма.

Ҡушымта
Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ,
Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры.
Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер,
Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.

Мин бит хәҙер элеккесә түгел,
Үткәндәргә һин дә теҙләнмә,
Бер йылы юҡ унда, бөтәһе көл,
Һүнгән уттан күмер эҙләмә.

Ҡушымта
Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ,
Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры.
Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер,
Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Беҙ болонда икәү инек, Һин бер аҡ сәскә өҙҙөң. Һөйә-һөймәй тип иркәләп Һин уны өҙгөләнең. Припев: Күп һайлама сәскәләрҙе, Һин минең һөйгәнде бел. Өҙгөләмә үҙәгемде, Ул һиңә сәскә түгел. (3 раза) 2.Яландарҙа яҙ еленә Аҡ сәскә иркәләнә. Шул сәскәнең еҫтәренә Күңелем иркәләнә. Припев: Күп һайлама сәскәләрҙе, Һин минең һөйгәнде бел. Өҙгөләмә үҙәгемде, Ул һиңә сәскә түгел. (3 раза)
  • 1.Тәбиғәт матур ерҙә, Йәшәүе рәхәт беҙгә. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яратабыҙ, һөйәбеҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә 2.Һин һәм мин икеү генә Яралдыҡ беҙ мәңгегә. Йыһандарҙа еләбеҙ, Йәшәү ҡәҙрен беләбеҙ Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин, Көтә көтә, бәлки, яҙ етер. Көтә көтә, бәлки, йылдар үтер, Үтенәм мин көтәм барыбер Хоҙай биргән миңә был һөйөүҙе Ғонаһтарым өсөн яза тип Яңғыҙлыҡтан да бит ауырыраҡ икән Яратылмай йәшәү яратып ... Яратып... Ямғыр яуып йыуа тәҙрәләрҙе, Унан ярҙам һорап нишләрмен? Барыһы ла бар, бер ни кәрәк түгел, Тик һин генә миңә етмәйһең. Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме? Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинен өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме?