Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ағай, тимәгеҙ, ҡыҙҙар»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
  • Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма Көндәр түгел, айҙар үттеләр Әммә юлдар һиңә етмәйенсә Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.