Ауылымда аҡ томан,
Томандары таралыр.
Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам,
Күңелдә йыр яралыр. (х2)
Туғайҙарҙа аҡ томан,
Томандары таралыр.
Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам,
Мөхәббәтем яңырыр. (х2)
Тын кистәрҙә аҡ томан,
Томандары таралыр.
Моңло хис һәм һары һағыш
Мәңгегә аҡып баралыр. (х2)
Ауылымда аҡ томан,
Томандары таралыр.
Йәшлектәге ҡайнар хистәр
Йөрәктәрҙә ҡалалыр. (х2)