Татарский переводчик Казахский переводчик Блог про IT-технологии Башкирские клипы Карта достопримечательностей Башкирии Интернет-магазин

Райман Ишбаев.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Райман Ишбаев

  • Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа; Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрттәр булмаһа. Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк, Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк; Эсемдә генә минең уттар яна, Ник елкенә икән был йөрәк. Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ, Ҡаршыһында бейек тау булһа; Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ, Ғәзиз башы уның һау булһа.
  • Мауҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл Таһир Күсимов тыуған ер бит ул. Туғыҙ йәшлек булған, етем ҡалған, Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул. Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл, Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул. Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән, Таһир Күсимов хәрби ир бит ул. Күпме һуғыш үткән яу далаһы Атлы башҡорттар үткән ер бит ул. Днепрҙың уң яҡ ярын алған Таһир Күсимов полководец ир бит ул. Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған Күгәреп кена ятҡан киң Урал. Ватан һуғышында ҙур дан алған Таһир Күсимов герой-генерал.
  • Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Күңелдә йыр яралыр. (х2) Туғайҙарҙа аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Мөхәббәтем яңырыр. (х2) Тын кистәрҙә аҡ томан, Томандары таралыр. Моңло хис һәм һары һағыш Мәңгегә аҡып баралыр. (х2) Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Йәшлектәге ҡайнар хистәр Йөрәктәрҙә ҡалалыр. (х2)
  • Мин ҡабаттан тыуыр булһам, Шишмә булып тыуыр инем. Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына Аяғыңды йыуыр инем. (х2) Күҙҙәреңә генә түгел, Эҙҙәреңә табынамын. Ҡырҡ тапҡыр көндә янып, Ҡырк тапҡыр ҡабынамын. (х2) Ал мине күк, ай янында Йондоҙ булып янайымсы. Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп, Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы. (х2)