Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин ҡабаттан тыуыр булһам»
исполнителя Райман Ишбаев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Мин ҡабаттан тыуыр булһам,
Шишмә булып тыуыр инем.

Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына
Аяғыңды йыуыр инем. (х2)

Күҙҙәреңә генә түгел,
Эҙҙәреңә табынамын.

Ҡырҡ тапҡыр көндә янып,
Ҡырк тапҡыр ҡабынамын. (х2)

Ал мине күк, ай янында
Йондоҙ булып янайымсы.

Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп,
Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы. (х2)

Другие песни исполнителя:

  • Ғашиктарзың иле бит ул – Уның бер яме тиҙәр шул, эх кенә Ҡыҙҙар беҙгә ғишыҡ тотһа, Минең бер йәнем, тиҙәр, шул, эх кенә Кушымта: Зәңгәр күкте байкап оса Урал тау бөркөттәре лә; Бер карау да гашик итә Бөрйәндең егеттәре Бөрйән буйы кара урман, Агас һайын һандугас шул, ник кенә? Бер йырламай күңел булмай, Күңел тулы йыр булгас шул, ник кенә? Зәңгәр күкте байкап оса Урал тау бөркөттәре Кара кашлы кара күзле Бөрйәндең егеттәре.
  • Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа; Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрттәр булмаһа. Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк, Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк; Эсемдә генә минең уттар яна, Ник елкенә икән был йөрәк. Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ, Ҡаршыһында бейек тау булһа; Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ, Ғәзиз башы уның һау булһа.
  • Мауҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл Таһир Күсимов тыуған ер бит ул. Туғыҙ йәшлек булған, етем ҡалған, Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул. Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл, Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул. Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән, Таһир Күсимов хәрби ир бит ул. Күпме һуғыш үткән яу далаһы Атлы башҡорттар үткән ер бит ул. Днепрҙың уң яҡ ярын алған Таһир Күсимов полководец ир бит ул. Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған Күгәреп кена ятҡан киң Урал. Ватан һуғышында ҙур дан алған Таһир Күсимов герой-генерал.