Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Торналар»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр
Әйтерһең дә, ергә аумаған .
Ул һалдаттар аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яуғирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап ,
Күңелебеҙ тула һағышҡа .

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымак,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға

Другие песни исполнителя:

  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Роза Сәхәүетдинова көйө Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һискенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай, Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килсәң күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙың. Пар аҡҡоштар һыуҙа, Ғорур йөҙөп уҙа, Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.