Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Фарит Бикбулатов.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Фарит Бикбулатов

  • Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Гармунлы йәшлек. Беҙ түгелме ауылдарҙа Гармундар тартып үҫтек? Үҫеп ир-егеттәр булғас, Ауылдан сығып киттек. Йәшлектәр уҙып китһә лә, Үкенестәр ҡалманы. Беҙҙең гармунлы йәшлектәр Йырһыҙ-моңһоҙ булманы. Ауылдар иҫкә төшкәндә, Гармун моңдары сыңлай. Ситтә йөрөгәндәр генә Ауыл ҡәҙерен аңлай. Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр, Гармундар ҙа уйналмай. Егеттәр ҙә гармун һуҙып, Урамдарҙы буйламай. Хәҙер ауылдарға ҡайтып, Гармун уйнап үтһәк тә, Йәш ваҡыттар кире ҡайтмай, Ни хәл генә итһәк тә.
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.
  • Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Көмөш hыуҙар аға, ҡоштар hайрай, Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк яманhыу. Етегән шишмәләргә йөҙөк hалдым, йөҙөк hалдым, Етегән йондоҙ күреп ҡалhын тип. Йәнкәй-йәнәш алhын да ҡыуанhын, Вәғәҙәләрем булып, вәғәзәләрем булып ҡалhын тип. Етегән шишмәләрҙең талы бөгөлә, талы бөгөлә Әкрен иҫкән йәйге елдәргэ. Һеҙ ҡалаhығыҙ инде, беҙ китәбеҙ, Беҙ китәбеҙ йыраҡ, беҙ китәбеҙ йыраҡ илдәргә.
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...
  • Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән ҡушымта: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына. Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Йәшәйҽк дөнъяла һайрап ҡына. Килдем һеҙгә иҙел-диңгез кисеп, Һеҙҙе һағынып, ҡанатланып осоп. Кош ҡанаттары түгел иңемдә Йыр канаттары минең күңелдә. Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән
  • Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр Әйтерһең дә, ергә аумаған . Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға. Әле һаман ошо яуғирҙәрҙең Тауыштары килә алыҫтан. Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап , Күңелебеҙ тула һағышҡа . Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры Оса таңда, оса кисен дә. Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар, Ул буш урын минең өсөндөр! Бер көн мин дә торна сылбырында Юғалырмын инеп томанға. Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымак, Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға
  • Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара, Һыуҙар булып шаулап мин ағам. Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2) Һағынғанда болоттарға ҡара, Ҡара болот булып мин ағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2) Һағынғанда яуған ҡарға ҡара, Аҡ бурандар булып мин яуам. Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм, Һине аҙаштырған мин һаман. (х2) Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам.
  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; (2раза) Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Йәй — кәкүкле таң ғына, Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына. Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Кис һәм иртә тәҙрә сиртә, Ел тынмайса һиҫ кенә; (2 раза) Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә. Ҡояш нурлый, тамсы йырлый. Килә көләс яҙ ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Яҙ — өмөтлө наҙ ғына; Яҙ — өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына. Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң, Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, — Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына. (Дамир Әҙелбаев көйө, Сафуан Әлибаев шиғыры)
  • Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә-яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һис кенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килһәң, күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙым. Пар аҡҡоштар һыуҙа Ғорур йөҙөп уҙа, Ә мин ярҙа япа-яңғыҙым. (Роза Сәхәүетдинова көйө, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре)
  • Эх, ҡысҡырып бер иларға ине Әсәйемдең ятып ҡулына. Ул йөрәге менән аңлар ине Ниндәй ҡайғы төшкән улына. Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? Илап булмай йылға ташы һымаҡ, Юшҡындарҙан күңелем ҡатҡанға. Йыйына алмай оҙон уйҙарымды, Уяу ятам таңдар атҡанда. Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? Йөрәк тырнап сыҡҡан хистәремде, Ҡайғыларын кемгә һөйләйем? Тамырҙарға ҡаным һыймағанда, Ниндәй көйҙө икән көйләйем? Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? (А. Ғайсин муз., Р. Йәнбәк һүҙ.)
  • Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең, Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең. Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең, Иламайса нисек түҙәһең? (х2) Аҙаҡҡы күперҙе яндырма, Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма. Күҙҙәремә тағын бер ҡара, Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2) Дөнъяға килеп булмай ҡабат, Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат. Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар, Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)
  • "Һин яҙмышым!" — тинем, Килеп башын эйҙем, Белмәгәнмен һағыш көткәнен. Йөрәктә ут-ялҡын, Янымда юҡ яҡын, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Һуңлағанмын икән, Яҙмышымда бүтән, Һин бер тигән инем көткәнем. Һин хыялым минең, Берҙән-берем минең, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Ғүмер буйы көтөп, Күпме юлдар үтеп, Һиҙмәгәнмен йылдар үткәнен. Ярты йәнем нишләр, Табылырмы иштәр? Килдең дә һин киттең, көткәнем ...
  • Йәшел хәтфә болондарҙа Эҙләнем эҙҙәреңде. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Гөлдәремә ҡарағансы, Күҙ нурын ҡалдырһаңсы. Яндырғансы ғәйбәттәрҙе, Ғүмерҙе яндырғансы. Аҡҡоштарҙың ҡанат еле Ишелә сәстәремә. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. (Ф. Әбдрәшитов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ)
  • Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ. Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа, Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, моңайма һин, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр, Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға. Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә, Һағышланма күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. (А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)