Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Килдең дә һин киттең, һөйгәнем»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

"Һин яҙмышым!" — тинем,
Килеп башын эйҙем,
Белмәгәнмен һағыш көткәнен.
Йөрәктә ут-ялҡын,
Янымда юҡ яҡын,
Килдең дә һин киттең, көткәнем ...

Һуңлағанмын икән,
Яҙмышымда бүтән,
Һин бер тигән инем көткәнем.
Һин хыялым минең,
Берҙән-берем минең,
Килдең дә һин киттең, көткәнем ...

Ғүмер буйы көтөп,
Күпме юлдар үтеп,
Һиҙмәгәнмен йылдар үткәнен.
Ярты йәнем нишләр,
Табылырмы иштәр?
Килдең дә һин киттең, көткәнем ...

Другие песни исполнителя:

  • Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Көмөш hыуҙар аға, ҡоштар hайрай, Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк яманhыу. Етегән шишмәләргә йөҙөк hалдым, йөҙөк hалдым, Етегән йондоҙ күреп ҡалhын тип. Йәнкәй-йәнәш алhын да ҡыуанhын, Вәғәҙәләрем булып, вәғәзәләрем булып ҡалhын тип. Етегән шишмәләрҙең талы бөгөлә, талы бөгөлә Әкрен иҫкән йәйге елдәргэ. Һеҙ ҡалаhығыҙ инде, беҙ китәбеҙ, Беҙ китәбеҙ йыраҡ, беҙ китәбеҙ йыраҡ илдәргә.
  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Йәшел хәтфә болондарҙа Эҙләнем эҙҙәреңде. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Гөлдәремә ҡарағансы, Күҙ нурын ҡалдырһаңсы. Яндырғансы ғәйбәттәрҙе, Ғүмерҙе яндырғансы. Аҡҡоштарҙың ҡанат еле Ишелә сәстәремә. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. (Ф. Әбдрәшитов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ)
  • Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең, Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең. Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең, Иламайса нисек түҙәһең? (х2) Аҙаҡҡы күперҙе яндырма, Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма. Күҙҙәремә тағын бер ҡара, Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2) Дөнъяға килеп булмай ҡабат, Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат. Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар, Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)