Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Етегән шишмә»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ,
Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу.
Көмөш hыуҙар аға, ҡоштар hайрай,
Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк яманhыу.

Етегән шишмәләргә йөҙөк hалдым, йөҙөк hалдым,
Етегән йондоҙ күреп ҡалhын тип.
Йәнкәй-йәнәш алhын да ҡыуанhын,
Вәғәҙәләрем булып, вәғәзәләрем булып ҡалhын тип.

Етегән шишмәләрҙең талы бөгөлә, талы бөгөлә
Әкрен иҫкән йәйге елдәргэ.
Һеҙ ҡалаhығыҙ инде, беҙ китәбеҙ,
Беҙ китәбеҙ йыраҡ, беҙ китәбеҙ йыраҡ илдәргә.

Другие песни исполнителя:

  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ. Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа, Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, моңайма һин, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр, Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға. Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә, Һағышланма күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. (А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)
  • Am G Am Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Am G C Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Am G F Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым C G Am Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Проигрыш: Am G F C G Am Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...