Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һағышланма»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ.
Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа.
Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә,
Һағышланма, күңел, һағышланма.
Һағышланма, күңел, һағышланма.

Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа,
Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа.
Тик уларға ҡарап, моңайма һин,
Һағышланма, күңел, һағышланма.
Һағышланма, күңел, һағышланма.

Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр,
Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға.
Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә,
Һағышланма күңел, һағышланма.
Һағышланма, күңел, һағышланма.

(А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; (2раза) Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Йәй — кәкүкле таң ғына, Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына. Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Кис һәм иртә тәҙрә сиртә, Ел тынмайса һиҫ кенә; (2 раза) Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә. Ҡояш нурлый, тамсы йырлый. Килә көләс яҙ ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Яҙ — өмөтлө наҙ ғына; Яҙ — өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына. Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң, Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, — Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына. (Дамир Әҙелбаев көйө, Сафуан Әлибаев шиғыры)
  • Гармунлы йәшлек. Беҙ түгелме ауылдарҙа Гармундар тартып үҫтек? Үҫеп ир-егеттәр булғас, Ауылдан сығып киттек. Йәшлектәр уҙып китһә лә, Үкенестәр ҡалманы. Беҙҙең гармунлы йәшлектәр Йырһыҙ-моңһоҙ булманы. Ауылдар иҫкә төшкәндә, Гармун моңдары сыңлай. Ситтә йөрөгәндәр генә Ауыл ҡәҙерен аңлай. Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр, Гармундар ҙа уйналмай. Егеттәр ҙә гармун һуҙып, Урамдарҙы буйламай. Хәҙер ауылдарға ҡайтып, Гармун уйнап үтһәк тә, Йәш ваҡыттар кире ҡайтмай, Ни хәл генә итһәк тә.
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.
  • Төнге серенада Абрар Габдрахманов көе һәм сүзләре Тәрәземә төшкән ай нурлары Сагыну сәламнәрне илтсәче. Сөюләрем моңлы бер җыр булып Күңелемда чыңлап үтсәче. Әйдә, иркәм, тын күл буена, Төнге күл идрәй ай нурына. Камышларга кушлып мин җырлармын, Якын күрсәң, җырым тыңларсың. Җырымның һәр сүзе син генә, Йөрәгемне аңлый бел генә. Күрче, иркәм, нинди матур бу төн: Йолдызлар яна безнең өчен.