Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хушлашырға ашыҡма»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:


Хушлаштың да китеп барҙың..
Айырылышыу ауыр бит!..
Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын,
Китмә, дуҫым, сабыр ит.
Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын,
Китмә, дуҫым, сабыр ит.


Ғүмер буйы ярһыу йөрәк!
Һине һағынып һулҡылдай.
Ағиҙелкәй тулҡын,
Сеү, ашыҡма, дуҫым,
Айырылышыу ауыр бит...

Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр?
Нисек ауыр был һыуҙар?
Урман нисек шаулар?
Ишелмәҫме тауҙар?
Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар...

Урман нисек шаулар?
Ишелмәҫме тауҙар?
Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...

Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...

Другие песни исполнителя:

  • Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең, Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең. Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең, Иламайса нисек түҙәһең? (х2) Аҙаҡҡы күперҙе яндырма, Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма. Күҙҙәремә тағын бер ҡара, Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2) Дөнъяға килеп булмай ҡабат, Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат. Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар, Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)
  • Роза Сәхәүетдинова көйө Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һискенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай, Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килсәң күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙың. Пар аҡҡоштар һыуҙа, Ғорур йөҙөп уҙа, Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
  • Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән ҡушымта: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына. Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына Йәшәйҽк дөнъяла һайрап ҡына. Килдем һеҙгә иҙел-диңгез кисеп, Һеҙҙе һағынып, ҡанатланып осоп. Кош ҡанаттары түгел иңемдә Йыр канаттары минең күңелдә. Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән
  • Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр Әйтерһең дә, ергә аумаған . Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға. Әле һаман ошо яуғирҙәрҙең Тауыштары килә алыҫтан. Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап , Күңелебеҙ тула һағышҡа . Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры Оса таңда, оса кисен дә. Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар, Ул буш урын минең өсөндөр! Бер көн мин дә торна сылбырында Юғалырмын инеп томанға. Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымак, Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға