Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мөхәббәт хистәре»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йәшел хәтфә болондарҙа
Эҙләнем эҙҙәреңде.
Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар
Мөхәббәт һүҙҙәреңде.

Гөлдәремә ҡарағансы,
Күҙ нурын ҡалдырһаңсы.
Яндырғансы ғәйбәттәрҙе,
Ғүмерҙе яндырғансы.

Аҡҡоштарҙың ҡанат еле
Ишелә сәстәремә.
Миңә һалҡын булсы ялҡын
Мөхәббәт хистәремә.

Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар
Мөхәббәт һүҙҙәреңде.
Миңә һалҡын булсы ялҡын
Мөхәббәт хистәремә.

(Ф. Әбдрәшитов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ)

Другие песни исполнителя:

  • Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең, Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең. Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең, Иламайса нисек түҙәһең? (х2) Аҙаҡҡы күперҙе яндырма, Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма. Күҙҙәремә тағын бер ҡара, Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2) Дөнъяға килеп булмай ҡабат, Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат. Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар, Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.