Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һағынғанда»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара,
Һыуҙар булып шаулап мин ағам.

Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм,
Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2)

Һағынғанда болоттарға ҡара,
Ҡара болот булып мин ағам.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм,
Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2)

Һағынғанда яуған ҡарға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам.

Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм,
Һине аҙаштырған мин һаман. (х2)

Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм,
Йөрәгеңә килеп мин ҡағам.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм,
Күҙ йәштәре булып мин тамам.

Другие песни исполнителя:

  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.
  • Эх, ҡысҡырып бер иларға ине Әсәйемдең ятып ҡулына. Ул йөрәге менән аңлар ине Ниндәй ҡайғы төшкән улына. Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? Илап булмай йылға ташы һымаҡ, Юшҡындарҙан күңелем ҡатҡанға. Йыйына алмай оҙон уйҙарымды, Уяу ятам таңдар атҡанда. Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? Йөрәк тырнап сыҡҡан хистәремде, Ҡайғыларын кемгә һөйләйем? Тамырҙарға ҡаным һыймағанда, Ниндәй көйҙө икән көйләйем? Припев Әсәкәйем минең, берҙән-берем, Алтындарҙан алтын әсәйем. Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең, Моң-һағыштарымдан сәсәйем? (А. Ғайсин муз., Р. Йәнбәк һүҙ.)
  • Ағыла ла болот ағыла Тауҙар аша ауылым яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?! Ни тип әйтһен: берни белмәй ул, Хәбәре юҡ минең йөрәктән. Мине бары сылатып үтте Аҡ ҡайындар менән беррәттән… Ағыла ла болот ағыла Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына. Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр Нимә әйтер туғандарыма?!
  • Am G Am Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Am G C Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Am G F Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым C G Am Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Проигрыш: Am G F C G Am Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.