Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ғүмеркәйҙәр әҙ генә»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Шишмә йырлай, салғы сыңлай,
Һулыр һауа бал ғына; (2раза)

Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең,
Йәй кәкүкле таң ғына,
Йәй кәкүкле таң ғына, таң ғына.

Зәңгәр күктән ҡоштар үтә,
Ергә һибелә сың ғына; (2 раза)

Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең,
Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең,
Көҙ нағышлы моң ғына,
Көҙ нағышлы моң ғына, моң ғына.

Кис һәм иртә тәҙрә сиртә,
Ел тынмайса һиҫ кенә; (2 раза)

Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың,
Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың,
Ҡыш бер уйсан кис кенә,
Ҡыш бер уйсан кис кенә, кис кенә.

Ҡояш нурлый, тамсы йырлый.
Килә көләс яҙ ғына; (2 раза)

Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың,
Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың,
Яҙ өмөтлө наҙ ғына;
Яҙ өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына.

Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң,
Бел ҡәҙерен ғүмереңдең,
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына,
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына.

(Дамир Әҙелбаев көйө, Сафуан Әлибаев шиғыры)

Другие песни исполнителя:

  • Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр Әйтерһең дә, ергә аумаған . Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға. Әле һаман ошо яуғирҙәрҙең Тауыштары килә алыҫтан. Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап , Күңелебеҙ тула һағышҡа . Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры Оса таңда, оса кисен дә. Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар, Ул буш урын минең өсөндөр! Бер көн мин дә торна сылбырында Юғалырмын инеп томанға. Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымак, Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға
  • Гармунлы йәшлек. Беҙ түгелме ауылдарҙа Гармундар тартып үҫтек? Үҫеп ир-егеттәр булғас, Ауылдан сығып киттек. Йәшлектәр уҙып китһә лә, Үкенестәр ҡалманы. Беҙҙең гармунлы йәшлектәр Йырһыҙ-моңһоҙ булманы. Ауылдар иҫкә төшкәндә, Гармун моңдары сыңлай. Ситтә йөрөгәндәр генә Ауыл ҡәҙерен аңлай. Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр, Гармундар ҙа уйналмай. Егеттәр ҙә гармун һуҙып, Урамдарҙы буйламай. Хәҙер ауылдарға ҡайтып, Гармун уйнап үтһәк тә, Йәш ваҡыттар кире ҡайтмай, Ни хәл генә итһәк тә.
  • Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара, Һыуҙар булып шаулап мин ағам. Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2) Һағынғанда болоттарға ҡара, Ҡара болот булып мин ағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2) Һағынғанда яуған ҡарға ҡара, Аҡ бурандар булып мин яуам. Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм, Һине аҙаштырған мин һаман. (х2) Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам.
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...